Балалар майҙансығы янында шундай күңелһеҙ һөйләшеүҙең шаһиты булдым. "Әсәй, әгәр ошо урын ҡарҙан таҙартылған булһа, бында мин рәхәтләнеп уйнар инем, дуҫымды ла алып киләсәкмен", – тип улы әсәһенә өндәште.
Быйыл ҡар ҙа әллә ни күп яуманы, улай ғына ла түгел, һуңғы тапҡыр ҡар яуғанғанға ла байтаҡ ваҡыт үтте, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер урындар ҡарҙан һаман яҡшы итеп таҙартылмаған. Был – балалар майҙансыҡтарына ла ҡағыла. Ысынлап та, "балалар – беҙҙең киләсәк", "бөтәһе лә балалар өсөн" тиһәк тә, борсолорға урын бар. Ни өсөн балалар майҙансыҡтары ҡарҙан таҙартылмай? Уға яуаплылар кемдәр? Минеңсә, заманса итеп төҙөлгән майҙансыҡтар һәр саҡ тәртиптә тотолорға тейеш. Шул уҡ ваҡытта балалар майҙансыҡтарындағы сүп-сар һауыттары ла ҡый менән тулған.
Декрет ялындағы Клара Солтанова һөйләүенсә, ул йәшәгән йорт эргәһендәге балалар майҙансығына ҡыҙ һәм улы менән йыш сығалар һәм һәр ваҡыт кәйефтәре төшөп өйгә ҡайталар. Ошо урын һирәк кенә ҡарҙан көрәлгән була. Ахыр сиктә, ул иренең эштән ҡайтыуын көтөп, уға балалар майҙансығын ҡарҙан көрә, тип үтенә.
Фото: Илдар Аҡъюлов.