Йүкәлекүл ауылы Ҡыйғы районында урынлашҡан. Йүкәлекүл! Ҡайһылай матур яңғырай, шулай бит! Ауыл матур булғас, моғайын да, уның кешеләре лә алсаҡ һәм уңғандыр. Әлбиттә, тап шулай.
Мәҫәлән, Йүкәлекүлдә ғүмер йомғағын һүткән Йәүһәрә Рәхмәтуллина тиҙҙән 101 йәшен билдәләйәсәк! Ҡыуаныстың да ниндәйе!
Йәүһәрә инәй күп балалы ғаиләлә үҫкән, ул – иң өлкәне. Шуға күрә лә, айырыуса ата-әсәһе өйҙә юҡ саҡта, яҡын туғандарын ҡарау тап уның иңенә төшкән.
– Ғүмерем ауылда үтте, – ти Йәүһәрә Әхмәтсафа ҡыҙы. – Яланда бесән саптыҡ, урман ҡырҡтыҡ, утын әҙерләнек, ҡыҫҡаһы, ир-ат эшен беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, башҡарҙыҡ. Улай ғынамы, техника серҙәренә төшөнөп алдыҡ та, трактор ремонтланыҡ. "Коммунизм" тигән колхозды алға ебәреү өсөн көн-төн тырыштыҡ.
Йәүһәрә Рәхмәтуллина ире менән туғыҙ баланы аяҡҡа баҫтырған. Бөгөн уның 40 ейән-ейәнсәре, әллә күпме бүлә-бүләсәре һәм тыуа-тыуасары бар.
Йәүһәрә инәй һөйләүенсә, берәй сараға бәйле балалары менән бергә йыйылһа, йөҙ кешенән ашып китәләр. Бәхете – нәҡ ғәзиз кешеләренең уның янында булыуы.
Фото: Руслан Вахитов.