Йәмғиәт
25 Ғинуар 2025, 06:00

Студенттар көнө менән!

Алдығыҙға ҡыйыу рәүештә юғары маҡсаттар ҡуйығыҙ һәм ышаныслы рәүештә уларға ирешегеҙ! Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауы.

Студенттар көнө менән!Студенттар көнө менән!
Студенттар көнө менән!

Ҡәҙерле студенттар һәм сығарылыш уҡыусылары! Хөрмәтле уҡытыусылар!

Һеҙҙе Рәсәй студенттары көнө –Татьяна көнө менән ҡотлайым!

Башҡортостан  – Волга буйы федераль округында иң йәш республика. Миллиондан ашыу ҡыҙ һәм егет – республика халҡының дүрттән бер өлөшө тигән һүҙ. Бөгөн Башҡортостанда 200 меңдән ашыу колледж һәм вуз студенты уҡый. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм сит ил студенттары һаны ла артыуын дауам итә.

Студент йылдары – ижади эҙләнеү, алға ынтылыу, ҡыйыу идеяларҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты. Һеҙҙең күптәрегеҙ фән менән мауығып шөғөлләнә, эре федераль проекттар һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Һеҙ төп белем биреү һәм тикшеренеү үҙәктәрендә стажировка үтәһегеҙ, үҙенсәлекле компетенцияларға һәм ҡиммәтле тәжрибәгә эйә булаһығыҙ.

Республика илдә йәш ғалимдарға ярҙам итеүҙә лидер булып тора. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Халыҡ-ара студенттар кампусының тәүге сираты эш башланы. Дүрт вузыбыҙ “Приоритет-2030” программаһында ҡатнаша. Өфө фән һәм технологиялар университетында  алдынғы “Киләсәк моторҙары” инженер мәктәбе эшләй. Беҙ яңы йәштәр лабораториялары асыуҙы, инновацион инфраструктура объекттары булдырыуҙы, индустриаль партнерҙарҙы йәлеп итеүҙе дауам итәбеҙ.

Беҙҙең илебеҙ алдында ҡатмарлы күләмле бурыстар тора. Һәм һеҙгә, йәштәргә, уларҙы хәл итеүгә яуаплы ҡарарға кәрәк. Беҙ һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Һеҙгә уңышлы уҡыу, әүҙем ижади һәм профессиональ үҫеш теләйем. Алдығыҙға ҡыйыу рәүештә юғары маҡсаттар ҡуйығыҙ һәм ышаныслы рәүештә уларға ирешегеҙ!

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас