Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙәге битендә Иҫке Яндыҙ ауылында йәшәгән Сәкинә Хәсән ҡыҙы Ибраһимованы 100 йәшлек юбилейы менән ҡотлаған.
“Сәкинә Хәсән ҡыҙы үҙенең тормошо, ныҡлыҡ, аҡыл һәм үҙ эшенә тоғролоғо менән өлгө булып тора. Бер быуатлыҡ ғүмере эсендә ул күп һынауҙар үткән, ҙур үҙгәрештәр һәм ауырлыҡтарҙы күргән, әммә бер ваҡытта ла киләсәккә ышанысын юғалтмаған. Ире Әбелнәғим Ибраһим улы менән биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, өсөһө бөгөн үҙенең уңыштары менән шатландырып йәшәй. Ете ейән һәм биш бүләһе нәҫелде дауам итеү менән бергә уның ғорурлығы, шатлығы һәм сикһеҙ мөхәббәте лә.
Сәкинә Хәсән ҡыҙы бөтә ғүмере буйына колхозда быҙау ҡараусы булып эшләгән, эше еңелдән булмаған, әммә уның энергияһы һәм тормошто һөйөүенә күптәр көнләшерлек!" – тип район етәксеһе хеҙмәт ветеранына ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, күңел күтәренкелеге теләгән.
Фото: https://vk.com/yusupovrif