Йәмғиәт
27 Ғинуар 2025, 02:00

Ҡар яуыуы көтөлә

Төндә һәм көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа.

Ҡар яуыуы көтөләҠар яуыуы көтөлә
Ҡар яуыуы көтөлә

Бөгөн ғинуарҙың һуңғы аҙнаһы башлана. Ҡыштың икенсе айы ла таммаланыуға табан бара, әммә быйыл республикала ҡар аҙ.

Дүшәмбе, 27 ғинуарҙа, республикала болотло һауа торошо урынлашасаҡ. Төндә һәм көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа. ҡар яуғанда 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей. Һауа температураһы төндә башлыса -10, -15 градус тәшкил итә. Көндөҙ 1-6 градус һалҡын. Ел ярайһы уҡ һиҙелерлек - секундына 9-14 метрға тиклем, көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштан.

Синоптиктар белдереүенсә, Өфөлә төндә -15-кә тиклем, көндөҙ -3, -5 градус һалҡын, бер аҙ ҡар яуасаҡ.

Фото: Рәсүл Арыҫланов

Автор:Карима Усманова
Читайте нас