Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика Йортонда Уралсиб күҙәтеү советы рәйесе Евгений Коган менән осрашты. Унда мөһим социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән "Торлаҡ төҙөлөшө һаҡлыҡтары" республика ташламалы ипотека программаһы тураһында әңгәмәләшеү булды.
– Беҙ һеҙҙең менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырғанбыҙ, һөҙөмтәле эшләйбеҙ, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
– Башҡортостанға килһәк, үҙебеҙҙе өйҙәге шикелле тоябыҙ, – тине Евгений Коган. – Беҙҙең стратегик партнерлыҡ тураһында килешеүҙәр бар, уны һәр саҡ тулыландырып торабыҙ.
Осрашыуҙа шулай уҡ Уралсибтың "Торлаҡ төҙөлөшө һаҡлыҡтары" проектында ҡатнашыуына йомғаҡ яһанылар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.