Ҡул эшенә оҫталар һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Бүздәк районының Ғафури ауылында йәшәгән Гүзәл Мөлөкова ла ошондай уңған гүзәл заттарҙың береһе. Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ ырғаҡ менән эшләпә бәйләй. Аҙаҡ энә ҡулланырға ла өйрәнә.
- Бәләкәйҙән ҡул эштәре ылыҡтырҙы. Нимәгәлер ҡыҙыҡһам, уны үҙ ҡулдарым менән бәйләп ҡарамайынса тынысланмай инем, – тип йылмая әңгәмәсем.
Һөнәре лә күңеленә ятҡан шөғөлгә бәйле. Тәүҙә тегенсе, аҙаҡ башланғыс кластар уҡытыусыһына уҡый, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын да тамамларға өлгөрә.
Барлыҡ белгәнен йәш быуынға өйрәтә. Хәҙер 15 йыллап ул Бүздәк ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбендә биҙәү-ҡулланма ижад буйынса уҡытыусы булып эшләй. Балалар менән бергәләп туҡыма, ҡағыҙ, йөн, еп, тәбиғи материалдарҙан төрлө әйберҙәр, картиналар эшләйҙәр. Һәр төрлө материалдан яҫы һәм күләмле эштәр башҡарып була, ти ҡул эше оҫтаһы.
– Балалар төрлө материалдарҙан эшләп ҡарай һәм күңелдәренә оҡшаған шөғөлдө таба. Бала саҡта өйрәнгән һөнәр өлкәнәйгәс тә онотолмай. Шуға улар киләсәктә был оҫталыҡтарын өйҙәрен биҙәгәндә лә ҡулланыр, тип ышанам, – тине Гүзәл Мәғсүм ҡыҙы.
Үҙе буш ваҡытында ҡағыҙ сыбыҡтарҙы үреү менән мауыға. Нимә генә үрмәй ул: кәрзине лә, төрлө шкатулкалары ла, сумкалары ла, органайзер, башҡа төрлө эштәре лә күҙҙең яуын алырлыҡ килеп сыға.
Тағы бәләкәй сағынан талдан үрелгән әйберҙәргә ҡыҙыға. Йылдар үткәс, был хыялы ла тормошҡа аша Бүздәк уңғанының.
Фото: Гүзәл Мөлөкованың шәхси архивынан.