Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
28 Ғинуар , 16:30

Сим-карта һатыуҙа ниндәй үҙгәрештәр бар?

Яңы йылдан яңы ҡағиҙәләр индерелде.

Сим-карта һатыуҙа ниндәй үҙгәрештәр бар?
Сим-карта һатыуҙа ниндәй үҙгәрештәр бар?

Һүҙ сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә сим-карталар һатыу үҙенсәлектәре тураһында бара. Үҙгәрештәр быйыл 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инде.

2025 йылдың 1 ғинуарынан сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмағандарға мобиль элемтә хеҙмәтен күрһәтеү тураһында килешеү төҙөү өсөн үҙҙәренең шәхесен Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм берҙәм биометрия системаһында раҫлау талап ителә. Быйыл 1 ғинуарға тиклем төҙөлгән сим-карталар буйынса килешеүҙе 2025 йылдың 1 июленә тиклем ҡабаттан эшләргә кәрәк буласаҡ. Кире осраҡта сим-карталар эшләмәйәсәк.

Закон тарафынан сим-карталар һаны ла сикләнгән. Сит ил гражданына йәки гражданлығы  булмаған кешегә 10-дан да күберәк сим-карта алырға ярамай. Әгәр күберәк сим-карта алынған икән, 10 номерҙы һайлап килешеүҙе ҡабаттан төҙөү мөһим. Бындай сикләүҙәр дипломат хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә, халыҡ-ара ойошмаларының вазифа биләүселәренә ҡағылмай.

Дәүләт хеҙмәттәрендә шәхесеңде раҫлау өсөн түбәндәге документтар һәм мәғлүмәттәр талап ителә: шәхесеңде раҫлаған документ, сит ил граждандары өсөн сит ил гражданы паспорты, гражданлығы булмағандарға гражданлыҡһыҙ кеше өсөн йәшәү төрө, ҡасаҡ танытмаһы, Рәсәй биләмәһендә ваҡытлыса һыйыныу күрһәтеү тураһында таныҡлыҡ һәм башҡа мөһим документтар.

Тағы ла шуны белеү мөһим, быйыл 1 ғинуарҙан ҡулаҡса менән аноним телефон номерҙарына түләү тыйыла. Телефонға түләү паспорт менән  йәки банктарҙа, почта бүлексәләрендә, бәйләнеш операторҙары салондарында ЕСИА ( Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһы) ҡулланып  ҡына башҡарыла. Корпоратив йәки хеҙмәт номерҙары ойошма хеҙмәткәрҙәренә генә бирелә.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: