Йәмғиәт
29 Ғинуар 2025, 15:45

Андрей Назаров балаларҙың теләктәрен үтәне

БР Хөкүмәте етәксеһе "Теләктәр шыршыһы" акцияһында ҡатнашыусы балалар менән осрашты.

Андрей Назаров балаларҙың теләктәрен үтәнеАндрей Назаров балаларҙың теләктәрен үтәне
Андрей Назаров балаларҙың теләктәрен үтәне

"Теләктәр шыршыһы" - илебеҙҙә яратып көтөп алынған йола. Миңә ул унда ниндәйҙер шарттар, сиктәр ҡуйылмауы менән оҡшай. Балаларға мөғжизә бүләк иткеһе килгән өлкәндәр бар. Һәм был мөғжизәгә башҡаларға ҡарағанда күберәк мохтаж булған балалар бар. 

Шыршынан дүрт баланың теләге яҙылған открытканы алыу бәхете яҙҙы. 

Самокат-ҡаршыуғыс Оло Тәләккә, 6 йәшлек Екатерина Коваленкоға юллана. 

Саҡмағоштан 4 йәшлек Ярослав Самошинға швед стенкаһы әҙерләнем.

Өфөнән 4-әр йәшлек Руслан менән Арсен Мөлкамановтар боксер тренажеры һәм спорт матына эйә була. 

Шуныһына иғтибар итегеҙ әле: балалар гаджет та, уйынсыҡ та түгел, ә спорт һәм әүҙем ялға тәғәйенләнгән инвентарь һораған. Был, әлбиттә, шатландыра. 

Катяның атаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус хәрби операцияла һәләк булған. Ярослав атаһының февралдә ҡайтыуын көтә. Алексей Павлович Коваленко һәм Степан Васильевич Самошин - рух, батырлыҡ өлгөһө. Беҙҙең бурыс - бында, тылда, Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләрен ҡурсыу, хәстәрләү. 

Гөлфиә менән Данил Мөлкамановтарҙың еңел булмаған хеҙмәте тураһында ла әйтер инем. Улар бәләкәй улдарына көн һайын үҙҙәрен, ауырыуҙы һәм ҡатмарлы хәлдәрҙе еңергә өйрәтә, ярҙам итә. 

Был йылға теләктәрем - ул тыныслыҡ, шатлыҡ, һаулыҡ һәм бәхет алып килһен. Балалар ата-әсәһен ҡыуандырһын һәм уларҙың һөйөүен, хәстәрлеген тойһон. Был һәр ваҡыт иң мөһиме булып ҡала", - тип яҙҙы А. Назаров социаль селтәрҙәрҙә.

Фотолар: https://vk.com/agnazarov

Андрей Назаров балаларҙың теләктәрен үтәне
Андрей Назаров балаларҙың теләктәрен үтәне
Андрей Назаров балаларҙың теләктәрен үтәне
Андрей Назаров балаларҙың теләктәрен үтәне
Андрей Назаров балаларҙың теләктәрен үтәне
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас