Йәмғиәт
29 Ғинуар 2025, 11:00

Асия өләсәйҙең 100 йәшкә етеүенең сере бар

Ул беҙгә был серҙе асты.

Асия өләсәйҙең 100 йәшкә етеүенең сере барАсия өләсәйҙең 100 йәшкә етеүенең сере бар
Асия өләсәйҙең 100 йәшкә етеүенең сере бар

"Бәйләнештә" социаль селтәрендә Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров 100 йәшлек инәй тураһында яҙған.

"Беҙ бөгөн Асия Ғәзизованың йортонда ҡунаҡта, – тигән Ришат Әнис улы. – Ул Горный ауылында ғүмер кисерә. Сибек кенә үҙе, ә 100 йәшкә етеүе хайран итә. Бер быуат ғүмер уның көслө рухлы булып ҡалыуын аңлата, бик күп ваҡиғаларҙың шаһиты ла ул.

Ришат Мансуров билдәләүенсә, Асия Кәлимулла ҡыҙы түңәрәк юбилейын туғандары һәм яҡындары менән бергә ҡаршылай. Был уның өсөн яҙмыш тарафынан иң ҙур бүләк икәнен телгә алыу артыҡ.  

Асия өләсәйҙе беҙ ҙә күрҙек, йөҙйәшәрҙе артыҡ борсомау маҡсатында эргәһендә бик оҙаҡ ултырманыҡ, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ғына бирҙек. Эсеңдә яуызлыҡ йөрөтмәү, күңелең менән яҡты булыу, эргә-тирәләгеләр тураһында яҡшы фекерҙә ҡалыу - бына ошоларҙың барыһы ла әҙәм балаһын оҙон ғүмерле итә тип һығымта яһаныҡ.

Фото: Ришат Мансуров.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас