Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районының Федоровка ауылы быйыл "Айыҡ ауыл» республика конкурсында район данын яҡлай. Конкурс сиктәрендә төрлө саралар ойошторола.
Күптән түгел ауылда «Таяныс» атайҙар клубын асыу тантанаһы үткән. Клубтың тәүге сараһы ҡышҡы балыҡ тотоу булған. Атайҙар улдары менән саф һауала ял иткән, аралашҡан, ярышта иң ҙур балыҡты тотоуға көс һынашҡан.
Сараға Яңы Ергән ауылынан, Яңы Троицк, Сибай ҡалаларынан, шулай уҡ Аҡъяр, Әбүбәкер ауылдарынан ҡунаҡтар килгән. Шулай ҙа алыҫ Канкундан (Мексика) Карлос Кордованың килеүе көтөлмәгән хәл булған. Был ғәҙәти булмаған ҡунаҡ ҡышҡы балыҡ тотоуға хайран ҡалған.
"Таяныс" атайҙар клубы ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн яңы майҙансыҡ аса. Алда беҙҙе күп мауыҡтырғыс саралар көтә, улар берҙәмлегебеҙҙе нығытасаҡ һәм аралашыу шатлығын бүләк итәсәк", - ти Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Семеновна.
"Таяныс" атайҙар клубы һәр ғаиләгә таяныс һәм терәк булһын, улдарға өлгө күрһәтһен!
Фото: "Федоровка. Айыҡ ауыл" төркөмөнән