Йәмғиәт
29 Ғинуар 2025, 15:00

“Мигранттар Стәрлетамаҡта уҡыусыларҙы туҡмаған”

Тигән яңылыҡ таралды, ә ысынбарлыҡта нисек булған?

“Мигранттар Стәрлетамаҡта уҡыусыларҙы туҡмаған”“Мигранттар Стәрлетамаҡта уҡыусыларҙы туҡмаған”
“Мигранттар Стәрлетамаҡта уҡыусыларҙы туҡмаған”

Бер өйөр мигрант Стәрлетамаҡта уҡыусыларҙы туҡмаған, тип яҙа мәғлүмәт ресурстары. Был - фейк.

Дөрөҫө нисек: һуғышҡандарҙың барыһы ла – Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән 7 - 9-сы класс уҡыусылары.

Рәсәйгә ҡаршы пропаганда тағы ла хәл-ваҡиғаларҙы боҙоп күрһәтеп, илдәге хәлде киҫкенләштерегә тырышты. Һәм улар, һәр ваҡыттағыса, милләт-ара конфликт темаһына мөрәжәғәт итте. Шулай итеп, ҡайһы бер мәғлүмәт ресурстары хәлде тикшермәйенсә ялған таратты.

Әлеге ваҡытҡа был күмәк һуғыштың ҡатнашыусылары билдәле булды. Ваҡиға “милләт-ара күралмаусанлыҡҡа” бер нисек тә бәйле түгел. Өс үҫмер өс йәштәшен туҡмаған. Һуғыш суҡмарҙарының береһе бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә лә тора.

“Тәртип боҙоусылар урындағы Рәсәй Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығына килтерелгән, улар ғәйептәрен танып күрһәтмәләр биргән. “Хулиганлыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды", тип хәбәр итәләр хоҡуҡ һаҡлау органдарында.

“Мигранттар Стәрлетамаҡта уҡыусыларҙы туҡмаған”
“Мигранттар Стәрлетамаҡта уҡыусыларҙы туҡмаған”
Автор:
Читайте нас