Бөгөн, 30 ғинуарҙа, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазар менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәктә конфессия-ара татыулыҡты нығытыу.
Республикала төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәре араһындағы дуҫлыҡ, хөрмәт һәм үҙ-ара ярҙам һәр саҡ юғары баһаланды, тип билдәләне Радий Хәбиров. Шулай уҡ төбәк Башлығы Башҡортостандағы йәһүд ойошмаһының хәйриә өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Башҡортостанда тыныс һәм татыу йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Беҙҙә толерантлыҡ тураһында һөйләмәйҙәр - беҙ халыҡтарҙың үҙ-ара ихтирамы һәм дуҫлығы хаҡында һөйләйбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беҙҙең йәһүдтәр берләшмәһе күп изге эштәр башҡара, социаль проекттарҙы үҫтерә. Әйтәйек, 2019 йылда оло йәштәгеләр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн пансионат астыҡ. Ул республикала иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.
Берл Лазар төбәк етәкселегенә йәһүдтәр ойошмаһына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостанда конфессия-ара татыулыҡ өсөн уникаль шарттарҙың булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Бында власть һәм дини ойошмалар араһында үҙ-ара аңлашып, ысын партнерлыҡ булдырылған. Кешеләр бергә йәшәй һәм эшләй. Тап ошо ысын дуҫлыҡ була ла, - тине Рәсәйҙең баш раввины. - Шуныһы мөһим: республика Башлығы социаль-иҡтисади сәйәсәт тураһында ғына түгел, ә йәмғиәттең рухи үҫеше хаҡында ла уйлай.
Фото: glavarb.ru