Йәмғиәт
30 Ғинуар 2025, 09:30

Транспорт тармағы икенсе һулышын кисерә

 Электричканы һайлаусы юлсылар һаны 5,4 миллион кешегә еткән.

Транспорт тармағы икенсе һулышын кисерәТранспорт тармағы икенсе һулышын кисерә
Транспорт тармағы икенсе һулышын кисерә

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы ваҡытта Башҡортостанда ҡала яны электр поездарына ултырып йөрөүсе, транспорттың был төрөнән файҙаланыусы пассажирҙар артҡандан-артҡан.

2024 йылда иһә Башҡортостандың ауылдарына һәм республикабыҙҙың күрше төбәктәренә тап электричка менән барыусылар 5,4 миллион кешегә еткән. Был 2023 йыл менән сағыштырғанда 23 процентҡа күп. Өфө агломерацияһы территорияһында электричка 2,8 миллион кешене ташыған йәки был дөйөм пасаажирҙар һанының яртыһынан күбе тигән һүҙ.

– Өр-яңы поездар ҡала яны пассажирҙарын үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра, – тип һөйләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге өсөн "Рәсәй тимер юлдары"на рәхмәт. Беҙҙең өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһе – тимер юлда ташыу хеҙмәтен үҫтереү, кешеләр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу. Был тәңгәлдә эште дауам итәсәкбеҙ.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы етәксеһе Антон Гармаш билдәләүенсә, ысынлап та, ҡала янында йөрөүсе электр поездарына ихтыяж ҙур. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса, пассажирҙарҙы йөрөтөү-ташыу йәһәтенән абсолют максимумға етелгән, үҫеш – бер миллиондан ашыу кеше. Ошо тәңгәлдә Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында Топ-10 исемлегенә ингән.

Әйткәндәй, республикабыҙҙа һуңғы биш йылда ҡала яны электр поездары составы 70 процентҡа яңыртылған. Башҡортостан етәкселегенең хәстәрлеге менән һуңғы дүрт йылда 88 яңы вагон ҡайтарылған. Заманса "Ласточка", "Финист" электр поездары, "Орлан" рельс автобусы шуға асыҡ асыҡ миҫал, электр поездарын яңыртыу быйыл да дауам итәсәк.

Биш вагонлы "Финист" тураһында айырым һөйләргә мөмкин. Ул 401 урынлыҡ, ултырғыстар үҙгәртелгәс, уңайлыҡтар тағы ла артҡан. Тимәк, алыҫ араға һис тә арымай ғына бырып етергә була. Һәр ултырғыс USB-розетка менән йыһазландырылған. "Финист" тиҙлекте сәғәтенә 160 километрға еткерергә мөмкин, шул уҡ ваҡытта ҡапыл туҡтай ала.

– Киләсәктә төп бурыс – Өфө – Һамар, Өфө – Бөгөлмә – Туймазы, Өфө – Магнитогорск – Сибай участкаларында хәрәкәт булдырыу, – тине Антон Гармаш. – Шулай уҡ элек йөрөгән Өфө – Стәрлетамаҡ, Өфө – Ырымбур линияларында пассажирҙар ташыуҙы арттырыу. Өфөнөң эргә-тирәләге алты төбәккә пассажирҙарҙы ылыҡтырыу үҙәге булырында тамсы ла шик юҡ.

Подвижной составты яңыртыу һәм хәрәкәтте үҫтереү менән бергә Өфөлә транспорт-күсеп ултырыу урыны ла төҙөлә. Әйтәйек, пассажир электричканан төшөп, бүтән йәмәғәт транспортына ултыра йәки автотуҡталҡала ҡалдырған шәхси автомобилен барып ала.

Фото: Сергей Николаев.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас