«Бәхетле ғаиләгә һәйкәл» скульптураһынан малайҙың һыны элекке урынына ҡуйылған.
Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр иткән. Әммә урлаусыны әле булһа эҙләйҙәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә иҫерек ир күп балалы ғаиләнең скульптураһынан баланы урлап алып киткән.
Домофон камераһы объективына арт-объект элементын - көрән малайҙы йөрөткән ир-егет эләгә. Тәүҙә ул уны подъездға ингән урында ҡарға ҡуйған. Артабан нимә эшләргә кәрәклеген уйлап, скульптураны башы менән көрткә сумдырып ҡуйырға була. Бының менән ир туҡтамаған - малайҙы “аяғы”нан һөйрәп сығарған да йорт эргәһендә ташлаған. Полиция Өфө егетен эҙләй.
Малай һыны ни өсөн иҫерек иргә кәрәк булғандыр инде...
Фото: “Башинформ”