Ауыл кешеләренең ихласлығына, егәрлелегенә, берҙәмлегенә хайран ҡалырлыҡ. Туймазы районының Бишҡурай ауылын да тырыштар, талантлылар үҙ иткән.
Мәҙәниәт йортона барып инеүгә унда беҙҙе “Йәншишмә” вокаль ансамбле ҡаршы алды. Ауырлыҡта ла, шатлыҡта ла кешенең юлдашы – йыр-моң. Был тарафта йәшәүселәр йыр-бейеүгә һәләтле. Бынан тыш “Йәнгүзәл” фольклор ансамбле, “Ялҡын” театр коллективы ла гөрләп эшләп килә. Балалар өсөн ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә алып баралар. Ошонда уҡ махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам эше лә ойошторолған.
Ауылдың ирекмәндәре госпиталдәге яралыларға салбарҙар, мендәрҙәр, плед һәм башҡа кәрәк-яраҡ тегә. Егеттәргә йылы билбауҙар әҙерләү өсөн йөн иләүселәрҙең эше лә йылдам бара. Клубҡа килә алмағандар өйҙәрендә был эште башҡара. Ялға ҡайтҡан яугирҙәргә лә был кәрәк-яраҡтарҙы биреп ебәрә улар. Беҙ барғанда ауылға ялға “Башкир” позывнойлы һалдат ҡайтҡайны. Ауылдаштары уға ла хөрмәт күрһәтеп бүләктәрен тапшырҙы. Һағынып көтөп алған яҡындары, ауылдаштары булғанда яугирҙәребеҙҙең рухы һынмаҫ, ныҡ булыр.
Өс улын, кейәүен махсус хәрби операцияға оҙатҡан, сабырлығы йөҙөнә сыҡҡан әсәй менән күрешеү, ҡомартҡыларҙы бөртөкләп йыйып, ауыл тарихы тураһында мәғлүмәт туплаған, музей булдырған 87 йәшлек аҡһаҡал менән осрашыу ҙа күңелдә хөрмәт тойғолары уятты.
Улар һәм башҡа геройҙарыбыҙ тураһында гәзитебеҙҙә мәҡәләләр донъя күрер.
Автор фотолары.