Йәмғиәт
31 Ғинуар 2025, 18:50

Валентина Матвиенко һәм Игорь Комаров Мордовияның социаль объекттарында булды

Бөгөн, 31 ғинуарҙа,  Мордовия Республикаһына эш сәфәре барышында Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров төбәк башлығы Артем Здунов менән бергә мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында булды.

Валентина Матвиенко һәм Игорь Комаров Мордовияның социаль объекттарында булдыВалентина Матвиенко һәм Игорь Комаров Мордовияның социаль объекттарында булды
Валентина Матвиенко һәм Игорь Комаров Мордовияның социаль объекттарында булды

Валентина Матвиенко һәм Игорь Комаров Мордовияның социаль объекттарында булды

Бөгөн, 31 ғинуарҙа,  Мордовия Республикаһына эш сәфәре барышында Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, төбәк башлығы Артем Здунов менән мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында булды.

Мәктәптең холында Валентина Матвиенконы Советтар Союзы Геройы улы   Александр Девятаев сәләмләне. Хөрмәтле ҡунаҡтарға мктптә алып барылған патриотик тәрбиә тураһында һөйләнеләр, бында “Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итәбеҙ” (“СВОим помогаем”) проекты эшләй.

Мәктәп уҡыусылары МХО яугирҙәре өсөн эшләгән әйберҙәрен: мейестәрҙе, кейеҙ аяҡ кейемен, маскировка үреү өсөн кәрәкле сараларҙы, окоп шәмдәрен күрһәтте. Валентина Матвиенко уларҙың мөһим эш башҡарыуын билдәләп үтте.

Валентина Матвиенко һәм Игорь Комаров  урындағы фармацевтика компанияһы өсөн белгестәр әҙерләй торған көслө химия класы булған “Мәктәп – Техникум – Вуз -  Производство: йөйһөҙ күсеү”профориентация блогы менән танышты, мәктәп ашханаһында уҡыусыларҙың туҡланыу вариантын ҡараны.

Шул уҡ көндә 2021 йылда файҙаланыуға тапшырылған Республика онкология диспансерында ла булдылар. Поликлиника һәм Мордовия һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге менән әңгәмәлә әйтелеүенсә, 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала яман шеш сирҙәрен асыҡлау 62,4 процент тәшкил иткән, шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһында уртаса күрһәткес – 60,6 процент, ә Волга буйы федераль округында – 60,3 процент.

“Төп мәсьәлә – сирҙе алдан асыҡлау. Эште Мордовияның һәр кешеһе дауалана алырлыҡ итеп ойошторорға кәрәк”, тип иҫәпләй Валентина Матвиенко.

Фото: Saratov.gov.ru  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас