Йәмғиәт
1 Февраль 2025, 17:00

Еләкле, гөллө Шаран

Быйыл Шаран районы ойошторолоуына 90 йыл тулыуҙы киң билдәләй. 31 ғинуарҙа ошо уңайҙан байрам саралары үтте. Шарандар йыл дауамында, ошо данлы юбилейҙы күҙ уңында тотоп, матур башланғыстарға нигеҙ һаласаҡ.

Еләкле, гөллө ШаранЕләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран

Дан мемориалы

Килгән ҡунаҡтар Шаран ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған “Ҡайғылы әсә” мемориаль комплексында батырҙарҙы иҫкә алып, сәскә һалды. Белеүебеҙсә, Шарандан 800-гә яҡын ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ ил һағына баҫа һәм шуларҙың яртыһы яу яланында ятып ҡала. Биш уҙаман Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була. 

Шарандар ҡаһармандары хаҡындағы хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Мәктәп уҡыусыларының, “Йәш шайморатсы”ларҙың әҙәби композицияһы күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтте. МХО-нан ҡайтҡан яугирҙәрҙең “Ҡайғылы Әсә” алдында башлыҡтарын сисеп, тубыҡланып сәскә һалыуы – быуындар күсәгилешлегенең, илһөйәрлектең матур күренеше ул.

Шаран паркында ултыртылған ҡырағай алмалар аллеяһы МХО-ла ҡатнашып, киләсәгебеҙ хаҡына йәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман уҙамандарыбыҙға исемләнгән. Әлегә улар – 32. Яҙын тағы 11-е өҫтәләсәк. Һәр ағасҡа телефондан яугир хаҡында мәғлүмәт алыр өсөн исеме яҙылып, куар-код төшөрөлгән табличка беркетелгән. Райондың 90 йыллығын билдәләгән көндә йәнә лә ике яугир МХО-ға юлланған. “Һалдатҡа яҙылыусыларға район бюджетынан 100 мең аҡса бүләбеҙ. Ул тегендә барып урынлашып киткәнгә тиклем бик ярап ҡалған ярҙам”, – ти район башлығы.

Яугирҙәр менән осрашыу

Хәтер тантанаһынан һуң, Шаран  районы башлығы Марат Замир улы Әхмәҙуллин МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән осрашты. “Гуманитар ылау ебәреп торабыҙ. Егеттәр янына үҙем дә барып ҡайттым. Февраль аҙағында тағы ла юлға йыйынабыҙ. Уларҙың ғаиләләренә даими ярҙам күрһәтәбеҙ. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең үтенестәре буйынса байтаҡ эштәр эшләнде һәм эшләнәсәк”, – тине ул.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Марк Наил улы Ғәзизов, Александр Георгиевич Андреев яугирҙәрҙең һорауҙарын яҙып алды һәм хәл итергә вәғәҙә бирҙе. Ракета ғәскәрҙәре ветерандары советы рәйесе Анатолий Евгеньвич Балтинский  Еңеү хаҡына берҙәм булырға саҡырҙы.

Тормош иптәше МХО-ла һәләк булған йәш кенә һылыу Алина Хәйруллина районда “Герой ҡатыны” проектын ғәмәлгә ашырған. Йыйылыусылар социаль координатор Гөлнара Заһит ҡыҙы Кариеваны маҡтап телгә алды.

Хеҙмәтсәндәр тәбрикләнде

Түңәрәк өҫтәлдән һуң ҡунаҡтар һәм шарандар райондың шанлы үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырған, яҡты киләсәген күҙаллаған концерт ҡарап кинәнде. Уға сценарийҙы шағирә Гөлназ Ҡотоева яҙған. Сәхнәгә талантлы режиссер Редик Фирҙәүес улы Ғәниев ҡуйҙы.

Тантаналы концертта Муниципаль берәмектәр  менән үҙ-ара эш итеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы Идаралығының баш советнигы Альберт Рифғәт улы Басиров хеҙмәт адынғыларына рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Баҡалы районының үҙәк дауаханаһы баш табибы, “Атайсал” яҡташтар советы рәйесе Зәбир Сәрим улы Ғиздәтуллин сығышы менән Ерекле ауылынан. Ул тыуған ауылындағы мәктәпкә техник йыһаз һатып алыу өсөн 50 меңлек сертификат бүләк итте. Шарандарҙың күршеләре Туймазы, Баҡалы, Бүздәк, Саҡмағош районы башлыҡтары ла матур теләктәрен еткерҙе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

102 йәшлек шаранлы

Шаран районы үҙенең шәхестәре менән данлы. Яҙыусы Йософ Гәрәй, шағирә Нурия Измайлова, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, мәшһүр йырсыбыҙ Фән Вәлиәхмәтов, “Ҡош юлынан барам”, “Тол ҡатындар иламай” һәм башҡа бик күп романдар, “Үҙ яғыма ҡайтһам” тигән киң билдәле йырҙың авторы фронтовик-яҙыусы, драматург, Ибраһим Абдуллин да – Шарандан. Шиғриәт, проза, балалар әҙәбиәте өлкәһендә ең һыҙғанып эшләгән һоҡланғыс яҙыусы Зарема Әхмәтйәнова ла Шаран районының Ерекле ауылынан. Тере легенда, бөтә донъяға бидәле спортсы Рима Баталованың да тыуған ере – Шаран.  Рәсәйҙең почетлы гражданины, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Тимерғәле Мәғдән улы Тимеркәев кеүек үҙ еренә тоғро улдары менән дә шарандар хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Шуларҙың береһен – тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы Шаран районының почетлы гражданы, Бөйөк Ватан һуғышында ветераны Николай Александрович Фоминды райондың 90 йылығына арналған тантаналы концертта аяғүрә баҫып алҡышланылар.

Быйыл 4 ғинуарҙа ул үҙенең 102 йәшен билдәләгән. Николай Александрович 1943 йылдың башында фронтҡа китә. Элемтәсе булараҡ, Днепрҙы кисә, Корсунь-Шевченков, Ясск-Кишинев операцияларында, Румынияны, Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Чехословакияла, Прага ҡалаһынан көньяҡтараҡ ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, Алыҫ Көнсығышта Квантун армияһына ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, Һары диңгеҙ ярына тиклем барып етә.

Һуғыштан һуң Николай Александрович тыуған районында хеҙмәт итә. Уҡытыусы, мәктәп директоры, уҡытыу буйынса урынбаҫар, "Ленинсы юлы" район гәзитендә мөхәррир, район башҡарма комитетының мәҙәни-ағартыу үҙәгендә эшләй. Тыуған яғы, уның тарихын өйрәнеп 50-гә яҡын китап сығара. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышының икенсе дәрәжә ордены кавалеры Николай Фоминды бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән наградлаған.

Шаран районында 20-нән ашыу милләт вәкиле һыйышып, дуҫ йәшәй. Тантаналы концертта ошонда йәшәгән шуға ла милли йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр күрһәтелде.

Әлеге ваҡытта Шаран районы – Башҡортостандың социаль инфраструктураһы кимәле буйынса иң үҫешкән райондарҙың береһе.  Был – район хеҙмәтсәндәренең ҡаҙанышы. Халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса күп планлы эштәр алып барылыуы –  республика етәкселегенең  даими   һәм тос ярҙамы һөҙөмтәһе ул. Районда бөтә ауылдарға газ үткәрелгән, яңы мәктәптәр, юлдар һәм күперҙәр төҙөлә, урамдарға асфальт  түшәлә, ауылдар матурая. Шаран юҡҡа ғына республика буйынса иң тотороҡло үҫешеүсе район тип танылмаған.

Шаран керамика комбинаты етештергән кирбестәрҙе башҡа өлкәләрҙән дә һатып алалар.

Шаранды – еләк ожмахы, тиҙәр. “Еләкле яҡ” фестивале тап ошонда үтә. Бында йәшәүселәр еләктең  ниндәй генә төрөн үҫтермәй! 15 эшҡыуар һәм 200-гә яҡын шәхси хужалыҡтар 150 гектар майҙанды биләп еләк үрсетә һәм тонналап уңыш ала икән.

Күркәм тәбиғәтле район ял итеү өсөн дә уңайлы. Балыҡсылар Сөн йылғаһы быуаһын үҙ итеүсән.

Шаран – спортсылары менән данлы. Республика буйынса ярыштарҙа тап шарандар алдынғылыҡты бирмәй.

Шаран районының  бай  тарихы, ҙур производство һәм кадрҙар потенциалы бар. Замандаштарыбыҙ  һәм киләсәк быуын район йылъяҙмаһын тағы ла матур, бай, йөкмәткеле, яҡташтарыбыҙ ғорурланырлыҡ биттәр менән тулыландырыр, тигән ышаныста таралышты байрамдан шарандар.

Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Еләкле, гөллө Шаран
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас