Йәмғиәт
2 Февраль 2025, 13:00

Атаһын 25 йыл буйы эҙләгән

"Һәр ваҡыт уны һағындым һәм көттөм. Ул минең өсөн идеаль булды", - тип һөйләй Ләйлә атаһы тураһында. 

Атаһын 25 йыл буйы эҙләгәнАтаһын 25 йыл буйы эҙләгән
Атаһын 25 йыл буйы эҙләгән

Октябрьскийҙа йәшәгән Ләйлә Әхмәтшина 25 йылдан һуң атаһын тапҡан. Улар тәүге осрашыуы ирҙең тыуған төйәге Баҡыла булған. Ҡатын атаһын эҙләүгә социаль селтәрҙәрҙе генә түгел, телевидениены ла йәлеп иткән.

Ләйлә үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә өс бала әсәһе һәм модель булыуын яҙған. Күп йылдар буйы ул атаһын табыу хыялы менән йәшәгән. 1990 йылдар башына тиклем ул ата-әсәһе менән Ташкентта йәшәгән, ләкин һуңынан уларға Башҡортостанға күсергә тура килгән, ләкин бөтәһенә лә түгел: атаһы эшләргә ҡалған. Тәүҙә ғаилә бәйләнештә булған, ләкин һуңғараҡ уларҙың әсәһе балалары менән яңғыҙы ҡалған.

– Мин һәр саҡ атайымды бик ярата инем, хатта апайыма ла көнләшә торғайным. Һәр ваҡыт уны һағындым һәм көттөм. Ул минең өсөн идеаль булды, – тигәйне ул “Октябрьский нефтяник” гәзитенә.

Тәүҙә ул апайҙары менән урындағы телевидение аша атаһын эҙләгән, ләкин таба алмағас, азербайжан телевидениеһына мөрәжәғәт иткән, сөнки атаһы шул яҡта тыуған. Өс ай буйы яуап көткәндән һуң уларҙың өмөтө юғала башлаған һәм шул саҡта Ләйләне апаһы менән Баҡыға саҡырғандар. Ниһайәт, 25 йыл көтөлгән осрашыу булған: ҡыҙҙар атаһы, өләсәләре һәм 12 ағаһы менән осрашҡан!

Ләйләнең әйтеүенсә, атаһы, тынғыһыҙ осор башланғас, Ташкенттан сығып киткән. Ул яҡын кешеһенә үпкә һаҡламауын, ә атаһын табыуына бик бәхетле булыуын таныған.

Билдәле тапшырыуҙа әйтелеүенсә, бер нимәгә ҡарамай яҡындарығыҙҙы эҙләгеҙ, көтөгөҙ һәм яҡшыға өмөт итегеҙ.

Фото: "Бәйләнештә". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас