Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров иҫтәлегенә бюст асылды. Ҡоролма Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы майҙанына ҡуйылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Бюсты Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, скульптор Хәниф Хәбибрахманов эшләгән.
– Бөгөн Баймаҡ районы һәм тотош республикабыҙ өсөн оло әһәмиәтле көн. Башҡортостаныбыҙҙың арҙаҡлы улы, сағыу шәхес Зекериә Аҡназаровҡа сикһеҙ хөрмәтебеҙҙе белдерҙек. Ул һоҡланғыс тормош юлын үткән кеше. Сирек быуат тиерлек – 1962 – 1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ның Министрҙар советына етәкселек итте. Ул осор республикабыҙҙың Рәсәйҙә төп аграр, сәнәғәт төбәк булараҡ үҫеш кисергән иң ауыр, ҡатмарлы йылдар ине. Етди ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн етәкселек таланты, гражданлыҡ, кешелек ҡаһарманлығы мөһим булды, – тине сығышында Радий Хәбиров. – Колледжға Зекериә Аҡназаров исемен биреү тәҡдиме менән сыҡҡан ошо уҡыу йорто етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерәм. Ошондай арҙаҡлы шәхестәр тураһында иҫтәлек һаҡланырға тейеш. Уларҙың нисек йәшәгәнен, тормошта нисек алға барыуҙарын белеү беҙҙе көслөрәк итә, йәштәрҙе илһамландыра. Идеяны хуплаған бюст авторына, Зекериә Аҡназаровтың туғандарына, яҡындарына, улдарына ҙур рәхмәт!
Шәхестең улы Фәнил Аҡназаров та һәйкәл өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Атайым һоҡланғыс кеше булды. Ул эшендә мәғарифҡа ла, сәнәғәткә лә, ауыл хужалығына ла ҙур иғтибар бүлде. Шул уҡ ваҡытта беҙгә лә, биш улына, ваҡыт таба ине, – тине Фәнил Аҡназаров. – Республика етәкселегенә, шәхси Радий Хәбировҡа, төбәгебеҙҙәге алдынғы колледждарҙың береһенә исемен биреп, атайым хаҡындағы яҡты иҫтәлекте мәңгеләштереүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм.
Тантана һуңында Башҡортостан Башлығы Зекериә Аҡназаров бюсына сәскәләр һалды, шулай уҡ дәүләт наградалары тапшырҙы.
Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан.