Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль , 22:00

Был ҡыҙҙы күреүселәр юҡмы?

 Ул аҡ төҫтәге куртка, аҡ ботинка, ҡара салбар һәм ҡара башлыҡ кейгән. 

Был ҡыҙҙы күреүселәр юҡмы?
Был ҡыҙҙы күреүселәр юҡмы?

Благовещен ҡалаһында 13 йәшлек Ульяна Әхмәҙиева хәбәрһеҙ юғалған. Үҫмерҙе эҙләү тураһында «БашРегионСпас» эҙләү-ҡотҡарыу отряды хәбәр итә.

Ульяна Әхмәҙиева 4 февралдә өйҙән сығып киткән һәм башҡаса ҡайтмаған.

Ульяна Әхмәҙиеваның билдәләре: һоро күҙле, һорғолт сәсле, аҡһылланған шәлкемдәр бар, буйы 140 сантиметр, уртаса кәүҙәле. Аҡ төҫтәге куртка, аҡ ботинка, ҡара салбар һәм ҡара башлыҡ кейгән.

Ҡыҙҙы күреүселәр булһа, түбәндәге телефон һандарына шылтыратыуығыҙ һорала. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8-927-262-01-78, 8-900-100-59-90, 8-937-310-21-12 йәки 112.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: