Һәр эше матурлыҡ өлгөһө
Ишембай районы Ишәй ауылынан Гөлфиназ Ильясова тирә-яҡта ҡул эше оҫтаһы булараҡ күптән танылыу алған. Нимәгә тотонһа ла, йәмле килеп сыға. Һөнәре буйынса уҡытыусы булһа ла, күңеле сәхнәгә тартыла Гөфиназдың. Хәҙер инде 20 йыл Ишәй мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй, бер үк ваҡытта ҡул эштәре менән дә мауыға.
– Ҡыҙҙарыма бәләкәй саҡтарында күлдәк, шапка, юбкалар бәйләнем. Кешеләр, күреп ҡалып, заказ бирҙе. Шулай итеп, яратҡан эшем килем дә килтерә башланы, – тип үҙенең шөғөлө тураһында һөйләп алып китте өс ҡыҙ әсәһе.
Әлеге көндә ул сәскәләр өсөн кәрзиндәр үрә. Йәйен уларға һорау арта, шуға алдан уҡ 500-600 тирәһе кәрзин әҙерләп ҡуя.
Йомшаҡ уйынсыҡтары ла бик уңышлы килеп сыға. Уларҙы ла бүләккә алып торалар икән. Гөлфиназ күптән түгел ҡатын-ҡыҙҙар өсөн алҡа, муйынсаҡ һымаҡ биҙәүестәр эшләй башлаған, уларҙы төрлө деталдәрҙән йыя. Эш өлгөләрен төрлө күргәҙмәләрҙә лә тәҡдим итә.
Заказдары күбәйеп киткәндә, студент ҡыҙҙары ла ярҙамға килә.
– Ҡул эштәренә әсәйем оҫта ине. Ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләне. “Оҫта ҡулдар” түңәрәген алып барҙы. Шунда бәйләү серҙәренә өйрәтте. Үҙемдең тәүге эшемде лә хәтерләйем. Башланғыс класта уҡығанда ҡурсаҡҡа юбка бәйләнем. Ҡул эше башыма ял бирә, күңелемдәге төрлө уйҙарҙан арындыра. Иртәнсәк эшкә киткәнсе берәй сәғәт ҡул эше менән булышам, – ти Гөлфиназ Флүр ҡыҙы.
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың күңеленә ятҡан шөғөлө булырға тейеш, сөнки ул күңелде арбай һәм ял иттерә, тигән теләктәрен дә еткерҙе Ишәй уңғаны.
Автор фотоһы.
Ишембай районы.