Бөгөн Баймаҡ районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы модуль дауаханаһын ҡараны. Уны республиканың һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы төҙөгәндәр.
Урғаҙа ауылындағы был медицина учреждениеһы 2024 йылда эшләй башлаған, ул өс меңдән ашыу кеше йәшәгән 10 ауылды хеҙмәтләндерә.
Дауаханала процедуралар, прививка яһау, физиотерапия, акушер һәм башҡа кабинеттар йыһазландырылған. Шулай уҡ алты койкалыҡ тәүлек әйләнәһе стационары бар.
“Беҙ иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тулыһынса алмаштырабыҙ. 490 модуль конструкцияһы – ФАП-тар, ауыл участка дауаханалары, табиплыҡ ғәмәле офистары – ҡороп ултырттыҡ. Биш йыл элек булғаны менән сағыштырғанда, ҙур алға китеш яһаныҡ һәм ауыл медицинаһының инфраструктураһын ярайһы уҡ нығыттыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Тағы ла бер мөһим бурыс – һаулыҡ һаҡлауҙы кадрҙар менән тәьмин итеү, һәр ФАП-та белгестәр эшләргә тейеш”.
Фото: “Башинформ”.