Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль , 13:45

Радий Хәбиров Сибайҙа Кадрҙар үҙәген ҡараны

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһында “Рәсәйҙәге эш” күп функциялы кадрҙар үҙәген ҡараны.

Радий Хәбиров Сибайҙа Кадрҙар үҙәген ҡараны
Радий Хәбиров Сибайҙа Кадрҙар үҙәген ҡараны

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһында “Рәсәйҙәге эш” күп функциялы кадрҙар үҙәген ҡараны.

Үҙәк “Демография” милли проектына ярашлы төҙөлгән һәм Рәсәйҙә ошондай беренсе учреждение булып тора. Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Сибай филиалы етәксеһе Нурзилә Сәғитова Үҙәктең эш табып бирергә ярҙамлашыуы, шулай уҡ төрлө һөнәрҙәргә уҡытыуы, күнегеү осоронда кешеләргә психологик ярҙам да күрһәтеүе тураһында һөйләне. Бында дөрөҫ резюме төҙөргә лә өйрәтәләр.

Әгәр ҙә ғәҙәти мәшғүллек үҙәге эш табып биреүҙә йылына 500-ҙән алып 1000 кешегә саҡлы ярҙам күрһәтһә, яңыртылған үҙәк буйынса был күрһәткес ике мең кешегә етә ала. Бындай үҙәктәрҙә һәр кемгә шәхсән ҡараш ҡулланыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бынан алда Радий Хәбиров Башҡортостанда тағы ла бер нисә кадрҙар үҙәге асыу буйынса башланғыс менән сығыш яһағайны.

Фото: “Башинформ”.  

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: