Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль , 19:15

Радий Хәбиров Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асты. Бинаның майҙаны өс мең квадрат метр тәшкил итә, төҙөлөшкә 200 миллион һумдан ашыу аҡса киткән.

“Минең ҡарашҡа, ҙур һәм мөһабәт мәҙәниәт йорто килеп сыҡҡан. Балаларҙың үҙешмәкәр сәнғәт менән шөғөлләнергә бөтә мөмкинлектәре бар. Тамаша залы ла ҙур һәм мәҙәниәт министры бында беҙҙең театрҙар һәм филармония артистары концерт һәм спектаклдәр менән киләсәк тип вәғәҙә итте. Бындағы тормош ҡайнап торорға тейеш. Урғаҙала һыу тәьминәте мәсьәләһен дә хәл итәһе бар әле. Баймаҡ районында эшһөйәр халыҡ йәшәй һәм беҙ райондың үҫешенә ярҙам итәсәкбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе социаль-мәҙәни үҙәк бинаһын ҡараны. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре уға шундай ҙур бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Бында балалар өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған, төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр, ололар ҙа килеп шөғөлләнә”, – тине улар.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: