Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль , 07:00

Өс көн ял итмәйбеҙ

Быйыл Башҡортостан халҡы Ватанды һаҡлаусылар һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көндәрендә өҫтәмә ялһыҙ ҡаласаҡ. 

Өс көн ял итмәйбеҙ
Өс көн ял итмәйбеҙ

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республикала йәшәүселәрҙе байрам көндәре тураһында яңылыҡ менән таныштырҙы. Быйыл Башҡортостан халҡы Ватанды һаҡлаусылар көнөнән һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнән һуң өҫтәмә ялһыҙ ҡаласаҡ.

Эш шунда: 23 февраль - йәкшәмбегә, ә 8 Март шәмбегә тура килә. Чиновниктар халыҡты "иркәләмәҫкә" булған һәм өҫтәмә ял көндәрен майға һәм июнгә күсергән. Хәҙер республика халҡы февраль һәм март айҙарындағы байрамдарҙан һуң ял итеү урынына 8 майҙа һәм 13 июндә ял итәсәк.

Быларҙың барыһы ла «ял графигын оптималләштереү» өсөн, тип ышандыралар министрлыҡта. Ләкин барыһы ла бик үкенесле түгел: мартта республика халҡын өс көнлөк ял көтә. 30 мартҡа тура килгән Ураҙа байрамы республика халҡына өс көн рәттән - шәмбенән дүшәмбегә тиклем ял бүләк итәсәк.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: