Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында Ишембай районының яҡташтар берлеге ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтте. Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ишембайға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән почетлы исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуы менән бәйле булды әлеге сара.
Ошо райондан сыҡҡан байтаҡ билдәле яҡташтарҙы тупланы ул. Һәр береһе был ваҡиға уңайынан үҙенең фекерҙәрен, тәҡдимдәрен әйтергә тырышты. Ишембай районынан да ҙур делегация килгәйне. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторған күргәҙмәлә лә ҡаланың бай үткәне сағылды.
Ишембай районының яҡташтар берлеге рәйесе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов сараны асып бөгөнгө осрашыуҙа йәнә ата-бабаларыбыҙҙың хеҙмәт ҡаһарманлығын хәтергә алырға саҡырҙы. Тарих тураһында йәш быуынға һөйләү эшен йәнләндерергә саҡырҙы.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахмановтың ҡатнашыуы ла сараның бәҫен арттырҙы. Ул үҙенең сығышында был исемде алыу ниәтенең күптән йәшәп килеүен һәм уға күмәк тырышлыҡ менән өлгәшеүҙәрен әйтте. Ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташтар исемен мәңгеләштереүгә лә ҙур иғтибар йүнәлтеү мөһимлеген иғтибарға алды.
Ҡалаға маҡтаулы исем биреү уның алдына яңы маҡсаттар ҡуя. Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғоловтың сығышында ла былар асыҡ яңғыраны:
– Беҙ был ваҡиғаны күптән көттөк. Был исемде алыу Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән нефтселәргә, машиналар эшләүселәргә һәм башҡа тармаҡ хеҙмәтсәндәренә хөрмәт күрһәтеү. Ҡалабыҙ был исемде ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтәсәк һәм ишембайҙар артабан да республикабыҙ, илебеҙ өсөн тырышып хеҙмәт итәсәк, – тине ул.
Ишембай районының Почетлы гражданы, Рәсәйҙең Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, 88 йәшлек Юнир Ғәзизовтың һүҙҙәре лә урынлы булды:
– Ҡалабыҙҙың дәрәжәле исем алыуы менән бик ғорурланам. Уның даны республикаға, илгә таралды. Үҙем дә ғүмер буйы ошо төйәккә хеҙмәт иттем. Армияға тиклем Ишембай нефть промыслаһында электрик булып эшләнем, һуңынан да ошо тармаҡта тир түктем. Әлеге ваҡытта ла йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәйем. 20 йылдан ашыу Ишембай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы советының рәйесе булып эшләйем.
Алға маҡсаттар ҙур. Почетлы исем йөрөткән ҡалаға стела ҡуйыу, уның тирә-яғын төҙөкләндереү кеүек ниәттәр бар.
Осрашыу бер төркөм әүҙем йәштәргә Рәхмәт хаттарын тапшырыу менән тамамланды.
Автор фотолары.