Бала саҡта ғәзиз кешеләребеҙ – ҡәҙерле атайыбыҙ һәм һөйөклө әсәйебеҙ – әйткән алтын кәңәштәр, хеҙмәткә, шул иҫәптән ҡул эштәренә өйрәтеү, яҙмыш һынауҙарына бирешмәү өсөн сынығыу, үҙеңә таянып эш итеү, тормош һикәлтәләрендә юғалып ҡалмау, уңыштарға өлгәшеү өсөн бәйән ителгән уй-кәңәштәр баланың күңел сөңгөлдәрендә ғүмерлеккә уйылып ҡала. Ул ғына ла түгел, хатта уның яҙмышына йоғонто яһай, тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Федоровка районының Батыр ауылы ағинәйе Хәлисә Багаева ла ҡасандыр әсәһенең һәм өләсәһенең яратҡан шөғөлө булған ҡул эштәрен быуындан-быуынға күсереү тураһында хәстәрлек күргән, йәш быуын вәкилдәренә оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашҡан. Ғәзиз әсәһенә өләсәһенән тапшырылған түшелдерек тә әллә күпме ваҡиғаларға шаһит һәм ул ғаилә музейында ҡәҙерләп һаҡлана. Өҫтәүенә, әсәһенең Хәлисәгә биш йәшендә тегеп кейҙергән күлдәге лә хәҙер ғаиләлә иң ҡәҙерле ҡомартҡы. Ҡасандыр ошо ҡыҙыл туҡыманан тегелгән күлдәк бәләкәй хужабикәһенең үҙен дә сихри һәм ғәжәйеп ҡул эштәре донъяһына әйҙәгәндер кеүек. Хәҙер Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы үҙе өләсәй һәм ейәнсәрҙәренә оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлаша, уларға һәм ейәндәренә башҡорт бейеүҙәрен өйрәтә, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булған аҫыл биҙәктәрҙе, йолаларыбыҙҙы, милли рухыбыҙҙы еткерергә ынтыла. Шулай итеп, быуындан-быуынға күсә килгән был һәләт һәммәһенә аманат кеүек тапшырыла...
Үрҙә әйтелгән сихри ҡыҙыл күлдәктең тегелеүенә лә 70 йылдан ашыу ваҡыт үткән инде. Әле ул Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы Багаеваның ғәзиз әсәй һәм атай йортон, тыуған яғын, тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан ғәзиз ерен хәтерләтә. Хәлисә Багаева 1950 йылда сихри тәбиғәтле Белорет районының Рысыҡай ауылында тыуған. Үҙ осороноң тиҫтерҙәре кеүек, Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы, ете йәштән һыбай күбә тарттырып, бесән эшләп, тәбиғәт ҡосағында үҫкән шаян ҡыҙ, спортта ла уңыштарға өлгәшә, саңғы ярыштарынан ҡалмай, волейбол буйынса республиканың йыйылма командаһында ағза була. Өҫтәүенә, ошо ваҡытта бейеү, шиғриәт донъяһы үҙенә ылыҡтыра. Был хәл юғары уҡыу йортон һайлауҙа ла ҙур этәргес көскә эйә була: ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡый һәм ошо вузда белем алған ваҡытта ғүмерлек йәрен – Федоровка районы егете Миҙхәтте осрата.
Хәҙер Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы Федоровка районының Батыр ауылында йәшәй, оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытҡан. Хәҙер ул хаҡлы ялда, әммә ул бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай. 37 йыл боронғо башҡорт ауылы Батырҙа ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Ул абруйлы ағинәй исемен йөрөтә. Уның бик күп наградалары, грамоталары һәм дипломдары бар. Федоровка районында ғына түгел, тотош республикала уны яҡшы уҡытыусы, ҡул эштәре оҫтаһы, шәп бейеүсе булараҡ беләләр. Хәлисә Багаева башҡорт телен популярлаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләй, башҡорт телен өйрәнеү һәм халыҡ тормошо менән бәйле төрлө күргәҙмәләр ойоштора.
Хәлисә Багаева ике быуын уҡыусылар тәрбиәләгән. Бынан тыш, юбиляр, хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына бейеү менән шөғөлләнә башлаһа ла, бик матур бейей. 2014 йылда етенсе тиҫтәһен ҡыуған Хәлисә Багаева хатта “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында өсөнсө урынды яулаған. “Йөрәк һүҙе” бәйгеһе дипломанты ла ул.
Һуңғы йылдарҙа Хәлисә менән Миҙхәт Багаевтар Федоровка районында милли уҡ атыу йолаһын тергеҙеү, уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, уның алымдарын өйрәнеү, йәш быуын вәкилдәрендә илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ҙур уңыштарға өлгәшә. Хәҙер уларҙың уҡыусылары төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай.
7 февралдә Өфөләге “Урал” галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы, хеҙмәт ветераны Хәлисә Багаеваның 75 йәшлек юбилейына арналған, уның ҡул эштәренән торған “Сәйләндәрҙә - күңел нурҙарым” тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды. Ул 21 февралгә тиклем эшләйәсәк.
Был көндө ғаиләһе, дуҫтары, яҡындары, уҡыусылары Хәлисә Шаһыбал ҡыҙын матур юбилейы менән ҡотланы.
Күргәҙмәне асыу тантанаһына Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев ҡатнашты.
- Һеҙ ҙур хеҙмәт юлын үткәнһегеҙ һәм уны Белорет районында башлағанһығыҙ. Хеҙмәтегеҙ сәнәғәт менән дә бәйле. Әле лә халыҡ промыслаларын һаҡлап ҡалыу өсөн дәрт-илһам биреп тороусыһығыҙ. Ошо изге эште - халыҡ йолаларын үҫтереүҙе - дауам итеүегеҙҙе теләйем. Бөгөн Башҡортостан Республикаһының юғары наградаларының береһе булған “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалын тапшырам һәм ижади үрҙәр, оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, бай тәжрибәгеҙҙе йәш быуын вәкилдәренә тапшырыуыҙҙы теләйем, - тине Валерий Альберт улы.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы Ялсыҡаева сығышында Хәлисә Шаһыбал ҡыҙының шәп уҡытыусы, өлгөлө ҡатын һәм өс балаһына ла матур тәрбиә биргән әсәй, һигеҙ ейән-ейәнсәренә яҡшы өләсәй икәнлеге хаҡында һөйләне.
- Өфө ҡалаһы хакимиәте исеменән ошондай эш – ҙур күргәҙмә - өсөн рәхмәт әйтеп үткем килә. Хәлисә апай менән Миҙхәт ағай Багаевтар – беҙ тиңләшергә тейешле ғаилә парҙарының береһе. Ҡулдарығыҙ хасил иткән ошондай матурлыҡты матур ейән-ейәнсәрегеҙгә күсереүегеҙҙе, уларҙың да ошо сихрилыҡты артабан дауам итеүен теләйем, - тип изге теләктәрен еткерҙе Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы.
Хәлисә Шаһыбал ҡыҙының уҡыусылары – Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Мәҙәрик ҡыҙы Сәмиғуллина, Ырымбур өлкәһендә нефть тармағында эшләгән Эльвира Мәҙәрик ҡыҙы Мөхәмәтова, Федоровка районының Батыр ауылында китапханасы булған Гөлнара Сынтимер ҡыҙы Хәлитова килгәйне.
- Бөгөн мин Хәлисә апайҙың уҡыусыһы булараҡ сығыш яһайым. Уның менән V кластан беҙҙең менән бергә булған класс етәксеһе булараҡ ғорурланабыҙ. Был ҡатынға ҡарап һоҡланмайынса мөмкин түгел! Ул беҙгә өлгө булып торҙо. Хәлисә апай оҙаҡ йылдар ҡәйнәһе менән бергә татыу йәшәүе менән һоҡландырҙы, ғорурландырҙы. Ауылыбыҙҙа бындай ғаиләләр аҙ тип әйтә алмайым, әммә был татыу, дуҫ булған ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың өйҙәренә барғанда ла ҡул эштәренә, аш-һыуға һоҡлана инек, - тине Рита Мәҙәрик ҡыҙы. – Башҡорт теле буйынса Башҡорт дәүләт университетында үткәрелгән беренсе олимпиадала III урын яулағанымды хәтерләйем. Бында ла Хәлисә Шаһыбал ҡыҙының хеҙмәт өлөшө ҙур ине. Һеҙҙең эшһөйәрлек өлгөһө өсөн ҙур рәхмәт! Иҫәнлек, именлек, балаларығыҙҙың бәхетен күреп йәшәүегеҙҙе теләйем.
Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры Сынтимер Баязитов, Федоровка районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Булат Сиражетдинов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина һәм башҡалар Хәлисә Шаһыбал ҡыҙына изге теләктәрен еткерҙе.
- Хәлисә Багаеваның өйө музей һымаҡ. Ысынлап та, ундағы барлыҡ әйберҙәр ҡулдан эшләнгән, сигелгән һәм бәйләнгән. Ул – Батыр ауылының, Федоровка районының ғына түгел, тотош Башҡортостандың рухи тотҡаһы. Сөнки уларҙың башҡарған эштәре, фиҙакәрлеге, ошондай ғаилә булыуҙары Башҡортостанға өлгө. Ғаилә башлығы Миҙхәт – уҡ атыу буйынса йолаларҙы тергеҙеүсе, икеһе лә уҡ атыусы, - тип һөйләне Зөһрә Ҡотлогилдина.
Хеҙмәттән генә түгел, ныҡлы терәге булған ғаиләһенән дә уңған Хәлисә Багаева. Ире Миҙхәт оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында намыҫлы хеҙмәт иткән. Ҡыҙҙары Зөлфиә республиканың Мәҙәниәт министрлығында эшләне, әле бала ҡарау буйынса ялда. Ире Рәмил менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Икенсе ҡыҙҙары Гүзәл – “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының генераль директоры. Ире Азат менән бер ҡыҙҙары һәм ике улдары бар. Улдары Айбулат та Өфөлә төпләнгән, юрист. Кәләше Гүзәл менән бер ҡыҙ, ике ул үҫтерәләр.
Автор фотолары.
Миҙхәт БАГАЕВ, тормош иптәше:
- Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфөләге Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға индем. Белем алған ваҡытта Хәлисәнең тыуған ауылынан - Белорет районының Рысыҡай ауылынан - Динислам Мусин исемле егет менән таныштым. Уның менән йәштәр йыйылған төрлө сараларға бергәләп йөрөй инек. Бер ваҡыт беҙҙең төркөмдәге биш-алты егет менән Башҡорт дәүләт университетында уҡыған ҡыҙҙар менән Яңы йылды ҡаршыларға булдыҡ. Уларҙың был кисәге оҙон буйлы егеттәрҙе генә саҡырырға тигән бер талабы булған икән. Минең буй арыу ғына булғас, был сараға күкрәк киреп барҙым (көлә). Шул кисәлә Хәлисә менән таныштыҡ. Ошо ваҡытта уҡ мин уның ҡул оҫталығына иғтибар иттем – ул заманда модала булған аҡ кирәсле эшләпәләрҙе бәйләп, таныштарына бүләк иткәнен иҫләйем.
Мин IV курсты тамамлағас, август айында өйләнештек. Бер йыл Өфөлә ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәнек һәм өлкән ҡыҙыбыҙ Зөлфиә 1976 йылдың апрелендә баш ҡалала донъяға килде. Артабан ҡулыбыҙға диплом алғас, 1977 йылдың авгусында ауылға – Федоровка районының Батыр ауылына, атай һәм әсәй йортона – ҡайттыҡ. Мин колхозда – баш ветеринар, Хәлисә мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башланыҡ. Быйыл августа бергә йәшәүебеҙгә 50 йыл тула.
Мөхлисә ХӘЙРУЛЛИНА, бер туған һеңлеһе, Миәкә районы:
- Хәлисә апайыбыҙ бәләкәй сағынан оҫта булды, ойоштороу һәләте көслө ине. Уның был һәләте атайыбыҙҙан күскәндер, тип уйлайым. Ул колхозда бригадир булды. Ул да оҫта ҡуллы булды. Ҡул эштәренә оҫталығы иһә әсәйемдән. Ул тыуған ауылыбыҙҙа ғына түгел, яҡын-тирәлә лә кемгә ниндәй кейем кәрәк, тегә ине. Беҙ ғүмер буйы кеше кеймәгәнде кейеп бәхетле булдыҡ. Шулай итеп, күп балалы ғаиләлә мохтажлыҡ күрмәй үҫтек.