Бөгөн, 10 февралдә, Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 85 йыл тулды. Быйыл ҡала халҡы өсөн мөһим был байрам Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыуға арнала. Үҙендә табылған нефть менән еңеүҙе яҡынайтыуҙа ишембайҙарҙың өлөшө әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Юҡҡа ғына ил Президенты Владимир Путин уға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән маҡтаулы исем бирмәне бит!
Тап Ишембай нефть ятҡылыҡтарын асыу һәм үҙләштереү СССР-ҙың көнсығышында нефть сәнәғәтенең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Нефть промыслалары, тиҙ үҫешеп, 1939 йылға 1,67 миллион тонна нефть бирҙе. Шуға күрә был яңы нефтле төбәкте юҡҡа ғына “Икенсе Баҡы” тип атамағандар.
Нефть һәм нефть продукттарын сығарыу өсөн 1935 йылда Өфө - Ишембай тимер юлы һалына. Бер йылдан һуң илдең көнсығышында тәүге нефть эшкәртеү заводы – Ишембай нефть эшкәртеү заводы барлыҡҡа килә.
Бөгөн Ишембайҙа байрам саралары үтә. Был турала социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов яҙып сыҡты.
“Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы – Ишембайға нигеҙ һалыныу көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡалабыҙҙың үҫешенә тос өлөш индергән Ишембай халҡына наградалар тапшырылды.
Ҡала халҡын ҡотларға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Фәрит улы Абдрахманов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары килде.
Бөгөн ҡаланың данлы үткәне тураһында күп һөйләнеләр, хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Һәм, әлбиттә, үҫеш перспективаларын билдәләнек. Республика етәкселегенең һәр яҡлап ярҙам итеүе һәм һәр Ишембай кешеһенең көндәлек намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһендә һуңғы алты йылда ҡала әүҙем үҫешә.
Үҙ ҡалаһын яратҡан һәм уның өсөн шатланған һәр кемгә рәхмәт. Башҡа ҡалаларҙа, төбәктәрҙә һәм илдәрҙә йәшәп, Ишембайҙы онотмаған һәм уны данлағандарға рәхмәт.
Байрам менән, яҡташтар!” – тине ул.