Йәмғиәт
11 Февраль 2025, 16:30

Электромобилдә йөрөү уңайлана

Башҡортостанда электромобилдәр өсөн 150 зарядлау станцияһы эшләй, шуларҙың 93-ө – тиҙ зарядка өсөн.

Электромобилдә йөрөү уңайланаЭлектромобилдә йөрөү уңайлана
Электромобилдә йөрөү уңайлана

Башҡортостанда электромобилдәр өсөн 150 зарядлау станцияһы эшләй, шуларҙың 93-ө – тиҙ зарядка өсөн. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев электр ҡеүәте инфраструктураһын артабан үҫтереү хаҡында һөйләне.

2023 йылдан республика электромобилдәр өсөн заряд инфраструктураһын үҫтереү буйынса федераль пилот проектында ҡатнаша. Ул “Энергетиканы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Билдәләнгән федераль тәртипкә ярашлы, бер заряд станцияһын төҙөүгә 2,76 миллион һум, шул иҫәптән илебеҙҙә етештерелгән ҡорамал һатып алыуға 1,86 миллион һумға һәм электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыу хеҙмәттәренә 900 мең һумға тиклем субсидия бүленә.

2024 йылда ҡуйылған тиҙ электр станциялары һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында - беренсе, илдә икенсе урын яуланы. Бер йылда 70 станция эшкә ҡушылған, шуның 38-е Өфөлә. Министрлыҡ тәҡдим иткән субсидия күләме 136,5 миллион һум тәшкил иткән.

Шулай уҡ 2024 йылда Өфө-Белорет йүнәлешендәге биш яңы тиҙ заряд йыйыусы электр станциялары ҡуйылды. Хәҙер автомобилде Өфөнән сығыу юлында, “Өфө” халыҡ-ара аэропорты янындағы парковкала, Ҡырмыҫҡалыла, Архангелдә, Инйәрҙә һәм Белоретта зарядкаларға мөмкин. Өҫтәүенә ике күрше заряд нөктәһе араһындағы иң ҙур алыҫлыҡ хәҙер 90 километрҙан артмай.

Иҫке Муса, Талбазы, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Мәләүез, Красноусол, Стәрлебаш, Мораҡ һәм Иҫәнғол юлындағы Р-240 трассаһы буйлап үткән ЭЗС ярҙамында республиканың көньяҡ райондарында электрмобилистарға транспорт менән йөрөү мөмкинлеген һиҙелерлек яҡшырттылар.

Заряд станциялары өсөн урынлаштырыу урындарын һайлағанда төп критерийҙар - электр селтәрҙәренә ҡаршылыҡһыҙ тоташыу мөмкинлеге, электромобилистарҙың парковка урындарына тәүлек әйләнәһенә йөрөүе, бер нисә тартыу нөктәһенең - юл буйы сервисы объекттарының, ваҡлап һатыу һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиеларының, дәүләт учреждениеларының һәм йәмәғәт киңлектәренең булыуы.

Урынлаштырылған ЭЗС-тар бер үк ваҡытта 150 кВт-ҡа тиклем ҡеүәт менән бер нисә электромобилде үҙгәреүсән һәм даими ток менән зарядкалау мөмкинлеген бирә. Станцияла заманса электромобиль зарядкаһы 20-нән 40 минутҡа тиклем ваҡытты ала.

2025 йылға Башҡортостан 50 тиҙ электр тултырыу станцияһы төҙөүгә ғариза биргән. Талап ителгән финанслау күләме – 138 миллион һум, шул иҫәптән 120 миллион һумы федераль бюджеттан.

Заряд станцияларын Өфө биҫтәләрендә, Күмертау, Учалы, Баймаҡ, Благовещен, Бәләбәй, Дәүләкән ҡалаларында тиҙ ЭЗС менән тәьмин итеү, шулай уҡ төбәктең туристик үҙәктәрендә – “Абҙаҡ” тау саңғыһы курортында, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында, “Янғантау” шифаханаһында һәм башҡаларҙа станциялар ҡуйыу күҙаллана.

Электр ҡеүәте инфраструктураһына йөкләмәне оператив контролдә тотоу өсөн 2025 йылда станцияларҙа һатылған электр энергияһы күләме буйынса мәғлүмәттәрҙе республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына берләштерәләр.

Башҡортостан Башлығы республикалағы ЭЗС-ты тейешле федераль заряд инфраструктура картаһында сағылдырыу мөмкинлеген өйрәнергә, шулай уҡ яңы станцияларҙы уларҙы ваҡытында йыйыштырыу, ҡарҙан таҙартыу өсөн милексе йәки муниципалитет балансына оператив ҡуйырға ҡушты.

- Эшегеҙ өсөн рәхмәт. Электр транспорты иҫәбенең йылдан-йыл артыуын күрәбеҙ. Шуға күрә ЭЗС-тар һанын даими арттырырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас