Башҡорт дәүләт медицина университетынан 17 егет һәм ҡыҙ тәбиғәт паркының иҫтәлекле урынын - Мәмбәт ҡаяһын ҡарарға теләгән. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса инспекторҙар ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылағас, Толпар ауылы халҡы уларға егеүле аттарҙа ултырып йөрөү мөмкинлеген тәҡдим иткән. Ҡунаҡтарҙы участка инспекторы Рим Ваһапов һәм инспектор Вафир Сөләймәнов оҙатып йөрөгән.
Ҡышҡы һауаны һулап, бындағы матурлыҡҡа һоҡланған йәштәр был ерҙәргә тағы ла килмәй ҡалмаҫ. Ысынлап та, һоҡланып туйғыһыҙ бит беҙҙең ерҙәр.
Автор: Әлфиә Вәлиева.
Сығанаҡ: "Табын" гәзите.