Йәмғиәт
11 Февраль 2025, 13:45

Интернет артҡандан-арта

Федераль трассаларҙы мобиль элемтә менән ҡаплау кимәле М-7 һәм Р-240 юлдарында 97 процент тәшкил итә, М-5 трассаһында - 80 проценттан ашыу.

Интернет артҡандан-артаИнтернет артҡандан-арта
Интернет артҡандан-арта

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктә кәрәҙле элемтәне һәм интернетты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин хәбәр итеүенсә, федераль трассаларҙы мобиль элемтә менән ҡаплау кимәле М-7 һәм Р-240 юлдарында 97 процент тәшкил итә, М-5 трассаһында - 80 проценттан ашыу.

– Башҡортостанда 41 автомобиль юлы төбәк статусына эйә. Бындай трассаларҙың дөйөм оҙонлоғо 2,8 мең километрҙан ашыу тәшкил итә, - тине Геннадий Разумикин. - 2024 йыл йомғаҡтары буйынса юлдар оҙонлоғоноң 93 проценты самаһын кәрәҙле элемтә хеҙмәттәре менән тәьмин иткән.

Шулай уҡ министрлыҡ Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 90 процентын “Архангел-Инйәр” участкаһында 4G стандарты буйынса кәрәҙле элемтә һәм Архангел ауылынан Инйәр ауылына тиклем “Өфө-Белорет” автомобиль юлының  80 проценты буйынса юғары тиҙлекле мобиль интернет менән тәьмин итеү буйынса проектты тормошҡа ашырырға ниәтләй.

Бынан тыш, кәңәшмәлә Башҡортостанда “Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0” программаһы буйынса башҡарылған эш һөҙөмтәләре тикшерелде. Программа буйынса 100-ҙән 1000-гә тиклем кеше йәшәгән 267 тораҡ пунктта бөтәһе 4G (LTE)  база станциялары ҡуйылды. 2025 йылда тағы 86 ауыл интернетҡа тоташтырыла.

2025 йылда республикала дәүләт мәктәптәрендә һәм урта махсус уҡыу йорттарында “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проекты сиктәрендә дәүләт-инфраструктураһын булдырыу буйынса федераль проектты ғәмәлгә ашырыу башлана. Эштәрҙе 441 белем биреү учреждениеһында башҡаралар, унда локаль иҫәпләү селтәрҙәре, видеокүҙәтеү системаһы һәм башҡа ҡорамал ҡуйыла.

Башҡортостан Башлығы төбәктә интернет-инфраструктураны үҫтереү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм төбәктең Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығы хеҙмәткәрҙәренә эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Яҡшы эш, уны үтәүҙе дауам итегеҙ. Был - ихтыяжлы бурыстарҙың береһе, айырыуса йәштәр өсөн – ауылда интернет бар икән, баллар тыуған республикаһында ҡаласаҡ, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас