Башҡортостанда һәләтле үҫмер үҙенә ғаилә табырға хыяллана. 13 йәшлек Матвейҙы бәләкәй сағынан өләсәһе тәрбиәләгән, ләкин хәҙер малай яңғыҙы тороп ҡалған.
Матвейҙың ҡыҙыҡһыныуҙары күп: брейк-данс, шахмат, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. «Мистер звезды России – Башкортостан» конкурсында гран-при яулаған.
Бынан тыш, ул үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә ныҡлы иғтибар бирә. Үҫмер тиҫтерҙәре, шулай уҡ өлкәндәр менән тиҙ уртаҡ тел таба, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 8 (347) 218-03-62 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар"