Һуңғы биш йылда Башҡортостанда селтәрле газды ҡулланыусылар һаны 100 меңгә артты. Газға тоташтырылған йорттар һәм фатирҙар һаны 1,5 миллион берәмеккә етте, ә төбәктә газ үткәреү кимәле 87,3 процент тәшкил итте. Был хаҡта «Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры - «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе ойошмаһы Альберт Лоҡманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы.
Башҡортостан 2020 йылда раҫланған төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итә. Ул Башҡортостанда 181 тораҡ пунктҡа газ үткәреү өсөн өҫтәмә 2 мең саҡрымдан ашыу ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсе газ үткәргестәрен төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был 26 мең йортҡа газ үткәреү мөмкинлеген бирәсәк.
2024 йылда ғына 33 ҡасаба-ара һәм 44 ҡасаба эсе газ үткәргесе төҙөлгән. Ошо программа ғәмәлдә булған осорҙа 18 райондағы һәм бер ҡалалағы 66 тораҡ пунктҡа газ килгән. 13,3 мең йортҡа газ үткәреү мөмкинлеге булдырылған, уларҙың 2,3 меңенә газ үткәрелгән дә инде. Тағы 31 тораҡ пунктҡа тоташтырыуға әҙер.
Башҡортостан социаль газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса илдең иң эре төбәктәре араһында беренсе урынды биләй, уны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса бойомға ашыралар. 2021 йылда дәүләт башлығы быға тиклем газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа йорт биләмәләре сиктәренә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Был эш өсөн берҙәм газ үткәреү операторы яуаплы.
Башҡортостанда был программа буйынса 57,4 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ килгән дә инде.
- Бөтәһе 70 меңдән ашыу ғариза килде. Газ бүлеү селтәрҙәрен 65 мең йорттоң сигенә еткерҙек, - тип билдәләне Альберт Лоҡманов. - 2 219 тораҡ пунктта 73,5 меңдән ашыу йортҡа газ үткәреү өсөн техник мөмкинлектәр тәьмин ителде.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә газ үткәрелгән тораҡ пункттар сиктәрендә урынлашҡан баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге торлаҡ йорттарға социаль газ үткәреү программаһын таратырға ҡушты.
СНТ биләмәләренә инвентаризация үткәреү һөҙөмтәләре буйынса 20 муниципалитеттың 423 баҡсасылыҡ ширҡәтендә 15 мең самаһы йортҡа газ үткәрергә мөмкин. Халыҡтан 2 294 ғариза ҡабул ителгән, селтәрҙәр 308 йорттоң сигенә еткергән. Шуларҙың 218-ендә зәңгәр яғыулыҡ килгән дә инде.
Республиканан газ үткәреүгә сертификаттар алыу Башҡортостанды газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярайһы ҙур ярҙам булды, тип билдәләне Альберт Лоҡманов. Был ярҙам сараһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала.
- Беҙ эшкә 10,5 мең сертификат ҡабул иттек, 10 меңдән ашыу йорт газға тоташтырылды, - тип өҫтәне ул.
Башҡортостан Башлығы коллективҡа һөҙөмтәле уртаҡ эшмәкәрлек өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.