Йәмғиәт
12 Февраль 2025, 18:40

Башҡортостан юлдарында үлем осраҡтары кәмегән

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғалары һәм зыян күреүселәр һаны кәмеүгә табан бара. 2018 йыл менән сағыштырғанда үлем осраҡтары өстән бер өлөшкә – 549 кешенән 397-гә тиклем кәмегән. Республика юлдарында һәләк булыусылар һаны икенсе йыл рәттән 400 кешенән артмай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров республика Транспорт министрлығына 2020 йылда уҡ шундай йөкләмә биргәйне.

Башҡортостан юлдарында үлем осраҡтары кәмегәнБашҡортостан юлдарында үлем осраҡтары кәмегән
Башҡортостан юлдарында үлем осраҡтары кәмегән

Юлдарҙа авариялар һанын артабан кәметеүгә нисек өлгәшергә? Ошо көнүҙәк мәсьәләне Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында ҡаранылар.

2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда автомобиль юлдарында аварияларҙың кәмеүе күҙәтелә. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов әйтеүенсә, уҙған йылда бөтәһе 2 956 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән (2023 йылға ҡарағанда 18 процентҡа аҙыраҡ). Уларҙа 3 597 кеше зыян күргән, был 2023 йылғы күрһәткестән 17,6 процентҡа түбәнерәк.

– «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһап, шуны билдәләргә кәрәк: берлектә башҡарылған эш республика биләмәһендә авариялар һанын 20 процентҡа тиерлек кәметеүгә булышлыҡ итте, – тине Владимир Севастьянов. – Иҫәпләүҙәр буйынса, 10 мең транспорт сараһына 1,91 авария ҡорбаны тура килә, был милли проекттың үҙ маҡсаттарына ирешеүе хаҡында һөйләй.

Фажиғәләрҙең төп сәбәптәре – транспорттың бәрелешеүе һәм йәйәүлеләрҙе тапатыу, ә аварияларға транспорт водителдәре сәбәпсе. 354 юл-транспорт ваҡиғаһында иҫерек водителдәр ғәйепле булған.

Ултырышта ҡатнашыусылар аварияларҙы артабан кәметеү буйынса фекер алышты. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова, «Приуралье» автомобиль юлдары идаралығы начальнигы Денис Абрамов, шулай уҡ Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев төбәктең транспорт инфраструктураһын яңыртыу һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау тураһында һөйләне.

Күрелгән саралар иҫәбендә – билдәләр һәм светофорҙар ҡуйыу һәм алмаштырыу, яҡтыртыу системаларын ҡуйыу һәм йәйәүлеләр юлын ойоштороу, юл япмаһының етешһеҙлектәрен бөтөрөү һәм билдәләр һыҙыу. Бынан тыш, юл-транспорт ваҡиғалары күпләп теркәлгән урындарҙа аварияларҙы кәметеү буйынса шәхси пландар әҙерләнә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иҫкәртеү эшен киңәйтеүгә иғтибар итте.

– Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһендә халыҡ үҙе ғәйепле. Шуға бәйле аңлатыу эштәрен көсәйтеү, юлда йөрөү мәҙәниәтен пропагандалау һәм билдәләнгән хәрәкәт ҡағиҙәләрен аныҡ үтәү мөһим, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ иҫерек водителдәрҙе асыҡлау һәм транспорт саралары менән идара итеүҙән ситләтеү буйынса вәкәләттәргә эйә булған полицияның участка вәкилдәре эшенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

– Был үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлаған һәйбәт ҡарар булды. Тейешле статистика бар, – тине Радий Хәбиров. – Хеҙмәткәрҙәр өсөн тейешле ҡорамалдар һатып алдыҡ. Шуға күрә бындай эште артабан да дауам итергә кәрәк.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы юл-транспорт ваҡиғалары барлыҡҡа килеү хәүефе факторҙарын бөтөрөү буйынса сараларҙы әҙерләүҙе һәм тормошҡа ашырыуҙы, шул иҫәптән билдәләр ҡуйыуҙы һәм һыҙыуҙы, урамда яҡтыртыуҙы монтажлауҙы, шулай уҡ юл етешһеҙлектәрен ремонтлауҙы дауам итергә ҡушты.

Фото: https://glavarb.ru/ 

Башҡортостан юлдарында үлем осраҡтары кәмегән
Башҡортостан юлдарында үлем осраҡтары кәмегән
Башҡортостан юлдарында үлем осраҡтары кәмегән
Башҡортостан юлдарында үлем осраҡтары кәмегән
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас