13 февралдән 31 мартҡа тиклем күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе республикабыҙҙа “Башҡорт ихаталары” программаһының тормошҡа ашырыу сифаты менән халыҡтың ҡәнәғәтлеге темаһына һорау алыуҙа ҡатнашырға саҡыралар.
Һорауҙарға яуаптарҙың һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ҡала һәм райондарҙың йәмәғәт палаталары менән берлектә ошо программаға ярашлы ремонт алып барылған ихаталарға сығасаҡ. Унан һуң профиль ведомстволар, ойошмалар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр декабрь айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республиканың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына 2025 йылда был программаны тормошҡа ашырыу сифаты буйынса халыҡ фекерен өйрәнергә ҡушҡайны.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.