Төрлө хәйриә акциялары үткәреүе менән билдәле ҡара күҙлек һәм битлек кейгән ҡыҙ был юлы үҫеш яғынан үҙенсәлекле малайға ярҙам күрһәткән.
Буласаҡ әсә ауырға ҡалыуҙың 25-се аҙнаһында коронавирус йоҡторған. Уның һүҙҙәренсә, бала ҡорһаҡ эсе инфекцияһы менән тыуған. Ильясҡа ай ярым тулғас, ул реабилитация курсы үтә башлай.
Әле Ильясҡа өс йәш. Тыуғас, ул гипоксия кисергән, был үҙәк нервы системаһының зарарланыуына, аутизмға һәм янбаш-бот быуындарының ҡаймылыуына килтергән.
Улы тыуғандан алып уға дуҫтары һәм яҡындары ярҙам иткән, быларҙы уйлаған саҡта әсәнең күҙенә йәштәр тула. Ильясҡа дауаланыу өсөн иппотерапия, йөҙөү һәм массаждар тәғәйенләнгән – быларҙың барыһы ла байтаҡ финанс сығымдары талап итә. Айырыуса күп балалы ғаилә өсөн был ауыр.
Һәм бына ошо арала Серле ҡыҙ Солтановтар ғаиләһенә ҡунаҡҡа килгән һәм өс бала әсәһенә конвертта йыйылған аҡсаны тапшырған.
Ильясҡа ныҡлы һаулыҡ, ә Серле ҡыҙға изге эштәре өсөн тик уңыштар ғына теләйбеҙ!
Фото: "Моя Уфа" порталы.