М.Аҡмулла исемендәге университеттың матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, осрашыуға Өфө прокуроры, юстицияның өлкән советнигы Андрей Надеждин, Өфөнөң 9-сы полиция бүлегенән енәйәт эҙләү начальнигы Илмир Ғәйзетдинов, полиция полковнигы, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса шәхси состав менән эштәр буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Оксана Шәрипова килде.
Координация үҙәге директоры, БДПУ-ның ректорат ҡарамағындағы кәңәшсеһе Илһам Хәбибуллин билдәләүенсә, экстремизм йүнәлешендәге төркөмдә ҡатнашыусыларҙың 80 проценты 14-20 йәшлектәр, һирәгерәк 25-30 йәшлектәр тәшкил итә.
Андрей Надеждин студенттарға Рәсәйҙә милләт-ара һәм конфессия-ара килешә алмаусанлыҡ тыуҙырыуға ҡаршы тороу саралары тураһында һөйләне. Буласаҡ педагогтарға был мәғлүмәт бигерәк тә мөһим: улар заманса быуын балаларын тәрбиәләүҙең үҙенсәлектәрен яҡшы белергә тейеш.
Илмир Ғәйзетдинов мәғлүмәт-коммуникация технологиялары ярҙамында ҡылынған енәйәттәр тураһында һөйләне. Был иһә мутлашыусылар сит банк карталарына аҡса күсереүҙе һорағанда, курьер булып эшләргә тәҡдим иткәндә йәштәрҙе “еңел” аҡса эшләү теләгенән ҡурсалар.
Оксана Шәрипова шикле шылтыратыуҙарға бик һаҡ ҡарарға саҡырҙы.
Фото: Аҡмулла университетының матбуғат хеҙмәте.