+3 °С
Болотло
Хәйбулла районының Яңы Украина быуаһында Балыҡсылар көнө ойошторолдо. Ҡышҡы балыҡ тотоу һөйөүселәр конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнашып, ҡайнар сәй, балыҡ һурпаһы менән һыйлана алды. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, күп балыҡсылар ҡышҡы балыҡ тотоуҙы үҙ итә. Шулай ҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә инҡар итмәһәләр ине. Быйыл көндәр йылы, шуға күрә күп урындарҙа боҙ йоҡа, ҡояшҡа ялтырап ятһа ла, ярылып китеү ихтималлығы бар.
Фото: Раян Атанбаев