Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2025, 13:00

Табынға - балан бәлеше

Йортоғоҙға таба еҫе сығарып алығыҙ.

Табынға - балан бәлеше
Табынға - балан бәлеше

Баландан эшләнгән бәлеш - һәр табындың йәме. Рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Ҡамыр өсөн: ярты литр һөт, 150 грамм аҡ май, бер йомортҡа, ике стакан он, бер аш ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы сода, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ярты килограмм әҙер балан.

Шулай уҡ:

бер йомортҡа — бәлеш өҫтө өсөн,
бер сәй ҡалағы — май таба майлар өсөн,
дүрт аш ҡалағы шәкәр,
бер сәй ҡалағы манный ярмаһы.
Тәүҙә йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Баланды, сүптәрен айырып, һәйбәтләп йыуабыҙ, ярты стакан һыу, дүрт аш ҡалағы шәкәр ҡомон ҡушабыҙ, утҡа ҡуйып әҙерәк томалайбыҙ. Баланды һыуытып, уға әҙерәк манный ярмаһы өҫтәйбеҙ (бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн). Шунан ҡамырҙы икегә булергә кәрәк, береһе (аҫҡыһы) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙы йәйеп, уны майлы табаға һалабыҙ ҙа, өҫтөнә балан һалып, икенсе йәйелгэн ҡамыр менән ҡаплап, икеһен берләштереп, ситтәрен йәбештерәбеҙ. Бәлештең өҫкө ҡамырының уртаһын тишегеҙ (бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн), шул уҡ ҡамырҙан бәлеш өҫтөнә япраҡтар эшләп биҙәп тә була. Духовканы 200 градусҡа тиклем йылытып, 20-25 минут бешерәбеҙ. Әҙер булғас, өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һөртөгөҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: maxvps.ru

Автор: Карима Усманова
Читайте нас