Йәмғиәт
16 Февраль 2025, 05:00

Һөйгәне үлгәс, бер нәмәһеҙ ҡалған

“Беҙ рәсми никахҡа инергә планлаштыра инек, тик уның улы бына-бына өйләнергә тейеш булыуы туҡтата килде. Мин уға “Тәүҙә улың өйләнһен дә, аҙаҡ беҙ”, - тинем”, – тип һөйләй ҡатын.

Һөйгәне үлгәс, бер нәмәһеҙ ҡалғанҺөйгәне үлгәс, бер нәмәһеҙ ҡалған
Һөйгәне үлгәс, бер нәмәһеҙ ҡалған

Был хәл тураһында уҡығас, ҡатын-ҡыҙҙар уйланһын ине... Елена В. исемле ҡатын 20 йыл дауамында һөйгәне Сергей П. менән йәшәй. Ләкин улар мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәгән була. “Беҙ рәсми никахҡа инергә планлаштыра инек, тик уның улы бына-бына өйләнергә тейеш булыуы туҡтата килде. Мин уға “Тәүҙә улың өйләнһен дә, аҙаҡ беҙ”, тинем”, – тип һөйләй Елена.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек көтмәгәндә Сергей вафат була һәм уның бөтә мөлкәте уның тәүге ҡатынын:ың улына күсә. Уларҙың баш ҡала янындағы “Крутой лог” баҡсасылар ширҡәтендә йорттар була. Уны Елена менән Сергей бергә төҙөй. Тик әле унда мунса ғына ултырып ҡалған. Йорт, уның эсендәге йыһаздар һәм техниканың ҡайҙа булыуы тураһында ҡатын бер нимә лә белмәй.

Еленаның адвокаты әйтеүенсә, өйҙөң юғалыуында Сергей менән никахта торған икенсе ҡатын ғәйепле. Улар Елена Бароссо менән улдары 11 йәштә айырылышҡан. Ир вафат булғандан һуң туғандары, нотариаль раҫланған документты иғтибарһыҙ ҡалдырып, мираҫты бүлешкән. Унда фатир ғына бар.

Әле Елена В. улын һәм элекке ҡатынын өйҙө һүтеп, әйберҙәрҙе урлауҙа ғәйепләп полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул әхлаҡи компенсация һәм юғалған мөлкәт өсөн аҡса алырға иҫәп тота.

Сығанаҡ: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас