Ҡышҡы селлә сығыр алдынан, бер аҙ үҙенең "холҡон" күрһәтергә тырыша, буғай.
Бөгөн, 17 февралдә, Башҡортостандың айырым райондарында буран сығасаҡ, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етәсәк. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмейәсәк, тип хәбәр итә Башгидромет.
Һауа торошоноң болотло булыуы фаразлана, көндөҙ аяҙлы-болотло. Бер аҙ ҡар, төндә урыны менән уртасаға тиклем. Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән секундына 15-20 метрға етәсәк. Һауа температураһы төндә -11,-16 градус, көндөҙ -8,-13 градус. Автомобиль юлдарында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларҙың ниндәй ҙә булһа сараға йөрөүен планлаштырған саҡта һауа торошона һәм рәсми социаль селтәрҙәрҙә хәбәр ителгән юлдарҙың торошо хаҡындағы мәғлүмәткә иғтибар итегеҙ. Үҙегеҙҙе хәүеф-хәтәргә ҡуймағыҙ, һауа торошоноң яҡшырыуын көтөгөҙ.
Әгәр юлда булһағыҙ, дистанцияны, тиҙлек режимын үтәгеҙ, үҙегеҙҙең дә, пассажирҙарығыҙҙың да хәүефһеҙлек ҡайыштарының бәйле булыуын контролдә тотоғоҙ.
Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ!
Фото: "Башинформ"