13-14 февралдә Хәлил, Ишҡол, Дәүләт һәм Йәнгел ауылы халҡы Палата ағзаларына проблемалары тураһында һөйләне, тәҡдимдәрен белдерҙе, һорауҙар бирҙе һәм мөрәжәғәттәрен ҡалдырҙы. Күсмә осрашыуҙарҙа бөтәһе 200-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Урындағы халыҡты борсоған һорауҙар – халыҡтың ялын тәьмин иткән ауыл мәҙәниәт йорттары һәм ауыл клубтары, юлдарҙы ремонтлау, ерҙәрҙе рекультивациялау.
Йәнгелдәрҙе күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау, шулай уҡ йылытыу системаларын ремонтлау (ҡаҙанлыҡ һәм торбалар селтәренең иҫкереүе, циркуляция булмауы сәбәпле балалар баҡсаһында, мәктәптә һәм торлаҡ йорттарҙа һалҡын) мәсьәләһе борсой.
Ишҡолда һәм Хәлилдә юл билдәләрен ҡуйыу талап ителә, почта бүлексәләрендә кадрҙар етешмәү проблемаһы бар. Почтальондарҙың булмауы район гәзитенә яҙылыуға ла йоғонто яһай. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, юлдарҙы һәм күперҙәрҙе ремонтлау өлкәһендә проблемалар яңғыраны.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов былай тиеп билдәләне: ”Райондарҙың төрлө ауылдарында йәшәгән халыҡтың проблемалары оҡшаш, әммә ҡайһы бер ерҙәрҙә айырым проблемалар киҫкен тора, ә ҡайҙалыр улар хәл ителгән дә инде. Шуға күрә бер тапҡыр үлсәп кенә мәсьәләләрҙе хәл итеүгә юл ҡуймаҫ кәрәк. Ысынлап та, һәр муниципалитетҡа ғына түгел, ә һәр ауылға барып етергә кәрәк.
Әбйәлил районында грант конкурстарында ҡатнашыу әүҙемлеге артыуын күрҙек. Был беҙҙең дә ҡаҙанышыбыҙ, сөнки 2024 йылда беҙ халыҡ менән аралашыу һәм социаль проектлау буйынса белем биреү өсөн ике тапҡыр муниципалитеттың район үҙәгенә барҙыҡ, ә быйыл иһә беҙ ҙур ауылдарға ла килеп еттек, халыҡҡа тағы ла яҡынайҙыҡ“.
Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр башҡарма һәм муниципаль властың профилле органдарына ебәрелә, улар буйынса яуап биреү – БР Йәмәғәт палатаһының даими контролендә.