Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, йәғни 21 февралдә, яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ көньяҡ-көнсығыш райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 20, -25 градус, урыны менән - 27, -32, көндөҙ -9, -14 градус.
Шәмбе, 22 февралдә, республиканың төньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 21, -26, көндөҙ -6, -11 градус. Республиканың көньяғында бер аҙ ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -15, -20, көндөҙ -6, -11 градус.
Һуңғы көндәрҙә "Һыйыр мөгөҙөн һындырырмын," - тип тотонған февраль дә бер аҙ "йомшарырға" булды, ахыры.
Автор фотоһы