Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикала йәшәүселәрҙе Ватан һаҡсылары көнө менән ҡотланы. Ул был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
“Тышҡы янауҙарға һәм агрессияға йыш ҡына ҡаршы торған Рәсәй һәр ваҡыт үҙендә бойондороҡһоҙлоҡто һаҡлау өсөн көс тапты. Был ныҡлыҡ – ғүмере буйы Тыуған илен һаҡлаған унлап миллион кешенең ҡаҙанышы.
Рәсәй Президенты 2025 йылды Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан итте. Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейы алдынан Тыуған иле өсөн ғүмерен аямаған барлыҡ геройҙарҙы хәтергә алырға тырышабыҙ. Әлбиттә, айырым иғтибарҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бүләбеҙ. Радий Хәбиров яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә барлыҡ ярҙам сараларын ҡабул итеү кәрәклегенә даими баҫым яһай. Республикабыҙҙа финанс (бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр, пособиелар, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәргә ташламалар һәм башҡалар), шулай уҡ финанс булмаған (медицина хеҙмәтләндереүе, психологик реабилитациялау, эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү, юридик ярҙам күрһәтеү һәм башҡалар) ярҙам саралары комплексы ҡаралған, - тип хәбәр иткән Андрей Назаров. - Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәрҙе социаль адаптациялау буйынса ҙур эш алып барыла, уларҙы дәүләт органдарында һәм ижтимағи структураларҙа эшкә йәлеп итергә тырышасаҡбыҙ. Был - өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе.
Ҡәҙерле Ватанды һаҡлаусылар! Был көндә ҡаһарманлығығыҙ, ҡыйыулығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Һеҙ – заман геройҙары, илебеҙҙең тыныслығы һағында тороусылар. Бирелгән антҡа тоғролоғоғоҙ, Тыуған ил хаҡына ғүмерегеҙҙе хәүефкә аҫтына ҡуйырға әҙер булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ҡаһарманлығығыҙ тураһында һәр саҡ хәтерләйәсәкбеҙ, нимә генә булмаһын, һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ һәм именлек теләйем! Яҡындарығыҙ һәр саҡ янығыҙҙа булһын, ғәҙеллеккә һәм еңеүгә ышаныс бер ҡасан да ташламаһын”.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.