23 февралдә Өфөләге Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Республика етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Морозов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин батырлыҡтарына арналған, эргәһендә Мәңгелек ут янған һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, Ҡораллы Көстәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм Өфөлә йәшәүселәр ҡатнашты.
Рәсәй һәм Башҡортостан Гимндары башҡарылғандан һуң яуҙа һәләк булған Ватан һаҡсыларын бер минутҡа тын ҡалып хәтергә алдылар.
Башҡортостан Башлығы журналистар менән һөйләшкәндә Ватан һаҡсылары көнөнөң мөһимлеген һәм был байрамдың тәрән мәғәнәгә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Беҙ һәр ваҡыт уға етди ҡараныҡ, әммә хәҙер 23 февраль айырыуса ҡабул ителә. Махсус хәрби операция шарттарында беҙ армияның ил тормошонда шул тиклем бөйөк икәнлеген һәм егеттәребеҙҙең геройҙарса һуғышҡанын аңлайбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Шуныһы мөһим: быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. Бынан тыш, Рәсәй Президенты 2025 йылды Ватан һаҡлаусылары йылы тип иғлан итте, республикала беҙ уны Махсус хәрби опеарацияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә арнайбыҙ.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.