

Сарала “Беренселәр хәрәкәте” активистары, Рәсәй Федерацияһы Геройы, паралимпия чемпионы, БР Эске эштәр министрлығы, РФ Мәғариф министрлығы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фондының БР буйынса филиалы һәм БР-ҙағы Дөйөм Рәсәй “Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары союзы” ижтимағи-дәүләт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
“Рәсәй Президенты иғлан иткән 2025 йыл – Ватанды һаҡлаусылар йылы беҙгә тарихи хәтерҙе һәм патриотизмды һаҡлауҙың мөһимлеге хаҡында иҫкәртә. Бөгөнгө тантаналы сара һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн учреждениела беренсел бүлексәне асыу – киләсәк быуын тураһында хәстәрлек күреүебеҙ символы. “Беренселәр хәрәкәте” ижадҡа һәм яуаплы ҡарарҙарға әҙер булған патриоттар быуынын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Бында балалар үҙҙәренең потенциалын аса, фекерҙәштәр таба, командала эшләргә өйрәнә һәм үҙҙәренең иң ҡыйыу идеяларын тормошҡа ашыра ала”, – тине БР Беренселәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе советы рәйесе Рәнис Хәсәнов.
Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ МХО-ла булған яугирҙәр өсөн файҙалы материалдар әҙерләне.
Ишембай махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеһында Ватанды һаҡлаусылар йылын һәм “Беренселәр хәрәкәте”нең беренсел бүлексәһен асыу үҫеп килгән быуында патриотизм һәм яуаплылыҡ тәрбиәләүҙең мөһимлеген билдәләгән мөһим ваҡиғаға әүерелде. Сара бик күп ҡатнашыусыларҙы йыйҙы, шулай уҡ балаларға үҙ һәләттәрен үҫтереү һәм киләсәктә ижади эшмәкәрлек өсөн фекерҙәштәр араһында ярҙам табыу мөмкинлеген бирҙе.
Фото: "Беренселәр хәрәкәте"нән.