Йәмғиәт
25 Февраль 2025, 11:00

Әнүәр Нурғәлиев мәрхүмәнең балалары янына барған

"Балаларҙың атаһы тураһында күп һорайһығыҙ... Эйе, ул улар янына килеп йөрөй".

Әнүәр Нурғәлиев мәрхүмәнең балалары янына барғанӘнүәр Нурғәлиев мәрхүмәнең балалары янына барған
Әнүәр Нурғәлиев мәрхүмәнең балалары янына барған

Йырсы Әнүәр Нурғәлиев ҡатыны Ирина менән юл фажиғәһендә һәләк булған һеңлеһе Диананың балалары янына ҡайтҡан.

“Балалар көндән-көн үҫә, ололарға хас аҡыл бар үҙҙәрендә. Быларҙың барыһы өсөн дә Рәйсә апайыма рәхмәтле булырға кәрәк. Был фажиғәнән һуң бер тапҡыр ҙа төшөнкөлөккә бирелгәнен күргәнем булманы. Ә бит кескенә өс баланы тәрбиәләү бер ҙә еңел түгел. Ул - улар өсөн атай ҙа, әсәй ҙә, өләсәй ҙә.

Балаларҙың атаһы тураһында күп һорайһығыҙ... Эйе, ул улар янына килеп йөрөй.

Яҙмыштың шулай ғәҙелһеҙ булыуы бик яманһыу... Балаларҙың эсендә ниндәй уйҙар барлығын бер Аллаһ Тәғәлә генә беләлер. Аллаһ бойорһа, улар үҙҙәрен башҡаларҙан кәм хис итмәһен өсөн барыһын да эшләрбеҙ.

Хөрмәтле тыңлаусыларым, яҙылыусыларым, онотмағанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт”,  - тип үҙенең фекерен уртаҡлашҡан йырсы социаль селтәрҙә.

Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас