Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы транспорт прокуроры Максим Суров менән осрашты. Көн тәртибенә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сығарылды, ул тимер юлына ла ҡағылды, шулай уҡ был урындарға фото-видео төшөрөү ҡоролмаһын урынлаштырыу дауам итә.
Максим Суров тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырғаны өсөн республика етәксеһенә оло рәхмәтен белдерҙе.
– Ысынлап та, һөҙөмтә бирә торған инструмент ул, – тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙҙың юлдарында ике мең тирәһе камера эшләй. Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, күрелгән ошо саралар үҙен тулыһынса аҡлай, үҙ сиратында, машина йөрөтөү мәҙәниәтен булдыра. Элек юл-транспорт ваҡиғаһында йылына 500-ҙән ашыу кеше үлде, хәҙер был һан 400-гә хәтлем кәмене. "Транспорт сәғәте"ндә был мәсьәләне даими тикшерәбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.