Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы Күстәнә һәм Иркәш тауҙары янында урынлашҡан. Ауыл балалары бәләкәй саҡтан ошо тауҙарҙа сана, саңғы шыуып үҫә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Айыҡ ауыл” конкурсы планына ярашлы, таулыҡайҙар Иркәш тауында “Һаулыҡ көнө” уҙғарҙы.
– Ауылдаштар саф һауала рәхәтләнеп сана шыуып, саңғыла йөрөп, күңел булғансы ял итеп ҡайтты. Таулыҡай мәктәбе уҡыусыларына уларҙың уҡытыусылары, ауылдың әүҙем ололары ла ҡушылды. Уҡытыусылар балаларға ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо. Бына шулай ҡыштың һуңғы көндәрен күңелле һәм файҙалы үткәрҙе таулыҡайҙар, - тип хәбәр итте ауыл Советы депутаты Әнүзә Азаматова.
Фотолар һәм видео Таулыҡай ауыл хакимиәтенән.
#АйыҡАуыл2024
#ТрезвоеСело2024
#ҡоролтай
#курултай
#БаймаҡРайоны
#БаймакскийРайон
#ВсемирныйКурултайБашкир
#ФСГО
#ФондГрантов